Баймаҡ районы

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Баймаҡ районы районы
урыҫ. Баймакский район
Coat of Arms of Baimak rayon (Bashkortostan).png Flag of Baimak rayon (Bashkortostan).png
Район гербы Район флагы
Ил Рәсәй
Статус Муниципаль район
Төбәк Башҡортостан
Эске бүленеш 1 ҡала  23 ауыл биләмәһе  91 тораҡ пункт
Административ үҙәге Баймаҡ ҡалаһы
Ойошторолған 1935 йылдың 20 августы
Хакимиәт башлығы Сәйетов Рөстәм Рафаэль улы
Халыҡ һаны 39 153 [1] кеше
Майҙаны 5 432
Сәғәт бүлкәте MSK+2 (UTC+6)
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 206 000 000
Сайт http://baimak.ru
Location of Baymakskiy rayon (Bashkortostan).svg


Баймаҡ районы — Башкортостандың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан район. Көнсығышта Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1930 йылда ойошторолған. Майҙаны 5432 км2. Районда Баймаҡ, Сибай ҡалаһы һәм Түбә ҡасабһы бар. Райондың административ үҙәге — Баймаҡ ҡалаһы менән Өфө араһы тура һауа юлынан 275 км, автомобиль юлынан — 489 км.

Район халҡы (Сибай менән Баймаҡ ҡалаһы йәшәүселәрҙе индермәйенсә) 1995 башына 43,5 мең кеше булған (1970 — 47,9, 1979 — 41,4, 1989 — 42,1 мең кеше). Ауыл халҡының уртаса тығыҙлығы 1 км2-ға 8 кеше. Күпселеген башҡорттар һәм урыҫтар тәшкил итә. 90 ауыл бар. Иң ҙурҙары: Темәс (3,1 мең кеше), Урғаҙа (2,7 мең), Иҫке Сибай ауылы (2 мең), Аҡморон ауылы (1,7 мең).

Йөкмәткеһе

[үҙгәртергә] География

Геологик йәһәттән район територияһы Тагил-Магнитогорск бөгөлөнөң һәм Уралтау күтәрелешенең тектоник структураларынан ғибәрәт. Колчедан рудаһы (Сибай, Баҡыртау, Таштау, Балтатау, Ҡамаған һ.б.), рудалы алтын (Вост.-Семеновский, Түбә, Юлалы һ.б.), сәсмә алтын (Ҡараһаҙ, Төйәләҫ, Шүрәле һ.б.), цеолит (Сибай), биҙәү ташы (20-ләп ятҡылыҡ), эзбизташ, кирбес сеймалы һ.б. ятҡылыҡтар тикшерелгән.

Райондың төньяҡ-көнбайыш өлөшөн Уралтау һырты биләй. Уның был тирәһе бейек түгел һәм тигеҙләнгән, ләкин ярайһы уҡ дымлы, ҡарағай, ҡайын һәм уҫаҡ урмандары менән ҡапланған. Уралтау һәм Ирәндек һырттары араһындағы түбән урындарҙа ваҡ сусаҡтар бар. Уңдырышлы ҡара тупраҡлы далала төрлө үлән һәм ҡылғандар үҫә, уның байтаҡ өлөшө һөрөлгән, ҡоролоҡ хас. Район территорияһын меридиональ йүнәлешттә киҫеп үткән Ирәндек һыртының киңлеге 10—20 км, уртаса бейеклеге төньяғынта 700—800 м, көньяғында— 400—500 м, урыны менән ҡарағас ҡатыш ҡайынлыҡтар, ҡаты төп тау тоҡомдары ер өҫтөнә сығып торған, аҙ уңдырышлы, эрозияға бирелгән тупраҡ өҫтөнлөк итә. Район территоряһының көнсығыштағы тар ғына һыҙатын эреле-ваҡлы убалар теҙмәһенән торған тигеҙлек тәшкил итә. Бындағы ҡара тупраҡлы далала ҡылған һәм һәр төрлө үлән үҫә.

Баймаҡ районы Урал тауҙары аръяғында урынлашҡанлыҡтан, Азия материгының континенталь климаты йоғонтоһон кисерә.

Климаты ҡоро, ҡышын ҡар аҙ була. Гидрографик селтәре Һаҡмар, Таналыҡ, Оло Урғаҙа (бәләкәй ҡушылдыҡтары менән) йылғалары, Талҡаҫ, Күлтабан күлдәренән тора. Майҙаның ҙур өлөшө дала ерҙәре. Ағас запасы 18,8 млн. м³ булған 126,4 мең га майҙанда (Райондың дөйөм майҙанының 24,4%) урман үҫә (шуның 3,4 млн. м ылыҫлы ағас).

[үҙгәртергә] Иҡтисад

19 быуаттың 30-сы йылдарында Төйәләҫ йылғаһының үрге ағымында һибелмә алтын ятҡылыҡтары үҙләштерелә башлай. Һибелмә һәм рудалы алтындың яңы ятҡылыҡтарын үҙләштереү, баҡыр колчеданы рудаларынан алтынды айырып алыу иҫәбенә алтын табыу арта. 1923 йылда Таналыҡ-Баймаҡ таулы округы бөтөн Уралда сығарылған алтындың 40% таба. Баҡыр колчеданы рудаларын эшкәртеү менән Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты, алтын сығарыу менән “Башзолото" дәүләт производство предприятиеһының Түбә руднигы, “Зауральская" һәм “Түбә" старателдәр артелдәре шөғөлләнә. Төйәләҫ ятҡылығында эзбизташ сығарыла. Яндырылған эзбиз шәкәр заводында ҡулланыла һәм башҡа региондарға ла ебәрелә.

Район сәнәғәтенең башҡа тармаҡтарына ағас әҙерләү (Темәс һәм Баймаҡ леспромхоздары), төҙөлөш материалдары етештерә (Темәс хуж.-ара кирбес заводы), мет. эшкәртеү (Түбә йоҙаҡ һәм тимер-томор әйберҙәр заводы) һәм еңел сәнәғәт (Түбә тегеү фабрикаһы) инә. Баймаҡ районы ауыл хужалығы продукцияһы күпләп етештерелә. Ауыл хужалығы ерҙәре 331,3 мең га (Башҡортостанда 1-се урында тора), шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 164,1 мең га, сабынлыҡтар — 44,0 мең га (Белорет районынан һуң 2-се урында), көтөүлектәр — 123,0 мең га (1-се урында). 19 ауыл хужалығы предприятиеһы, шул иҫәптән Башҡортостан игенселек һәм баҫыу культуралары селекцияһы институтының Баймаҡ тәжрибә-производство хужалығы бар. Район малсылыҡ һәм игенселек буйынса махсуслашҡан. Һарыҡсылыҡ тармағы ҙур урын тота. Башҡортостанда етештерелгән көслө һәм ҡаты сортлы бойҙайҙың төп өлөшө ошо районға тура килә. Иң ҙур ауыл хужалығы предпритиеһы — Йылайыр совхоз-техникумы. Совхоздың 80 мең га ауыл хужалығы ере бар, ул районда үҫтерелгән игендең өстән бер өлөшөн етештерә.

[үҙгәртергә] Транспорт

Район территорияһын Ира—Йылайыр—Сибай—Магнитогорск һәм Аҡъяр—Сибай—Асҡар—Сермән автомобиль юлдары киҫеп үтә. Сит өлкәләр менән бәйләнештә Сибай тимер юл станцияһы һәм аэропорты мөһим роль уйнай. Урындағы бәйләнештәрҙә Баймаҡ—Ҡана, Баймаҡ—Темәс, Баймаҡ—Әбделкәрим автомобиль юлдары ҙур әһәмиәткә эйә.

[үҙгәртергә] Социаль-мәҙәни өлкә

Районда 75 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 40 урта мәктәп һәм 2 лицей; Йылайыр совхозы нигеҙендә ауыл хужалығы техникумы, 41 китапхана, 75 клуб учреждениеһы, Баймаҡта һәм Темәс ауылдарында тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Йылайыр совхозында Сиҙәм музейы, үҙәк район һәм 8 участка дауаханаһы, Талҡаҫ күле буйында Баймаҡ ял йорто эшләй.

Урыҫ һәм башҡорт телдәрендә “Баймакский вестник" һәм «Һаҡмар» гәзите сыға.

[үҙгәртергә] Ҡарағыҙ

[үҙгәртергә] Һылтанмалар


Башҡортостан райондары
Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл
  1. Численность населения Российской Федерации по городам, поселкам городского типа и районам на 1 января 2010 года
Википедия Был мәҡәлә тамамланмаған. Һеҙ уны мөхәррирләп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
Был иҫкәрмәне дөрөҫөрәге менән алмаштырыр кәрәк.
Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә