Баймаҡ (ҡала)

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡала
Баймаҡ
Баймаҡ
Ил Рәсәй
Төбәк Башҡортостан
Муниципаль район Баймаҡ районы
Координаталар 52°35′ т. к. 58°19′ кс. о. (G) (Я)
Ҡала хакимиәте башлығы Замотаев, Константин Петрович
Нигеҙ һалыныу 1913
Элекке исемдәре Баймаҡ-Таналыҡ ҡасабаһы
Ҡала (башлап) 1938
Үҙәк бейеклеге 500 м
Климат төрө континенталь
Халыҡ 17069 кеше (2009)
Милли состав башҡорттар (70 %),
урыҫтар (23 %),
татарҙар (5 %)
Конфессия составы мосолмандар
Этнохороним баймаҡтар
Ваҡыт бүлкәте UTC+5, йәй UTC+6
Телефон коды +7 34751
Почта индексы 453630
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80404
Сайт http://www.baimak.ru/ (урыҫ.)
Ҡала сайты Баймак.ru
Баймаҡ (ҡала) (Рәсәй)
Red pog.png
Баймаҡ (ҡала) (Башҡортостан Республикаһы)
Red pog.png


БаймаҡБашҡортостанда республика әһәмиәтендәге ҡала, Баймаҡ районының административ үҙәге.

Ҡала Ирәндек армытында, Көньяҡ Урал тауы битендә, Европа һәм Азия сигендә урынлашҡан.

Йөкмәткеһе

[үҙгәртергә] Тарихы

Таналыҡ—Баймаҡ ҡасабаһы 1748 йылда Каниниколь һәм Преображен баҡыр иретеү заводтарының мәғдән базаһы булараҡ барлыҡҡа килә. Башҡорт ихтилалдары баҫтырылғас, ҡасаба батша карателдәре тарафынан яндырыла, мәғдән табыу туҡтатыла. XIX быуат урталарында Таналыҡ йылғаһы буйлап бөртөклө алтын табылғас, капиталист Жуков алтын приискыларын аса. Был төбәккә урыҫ халҡының күпләп күсеп килеүе ошо ваҡиға менән бәйле. Горяев, Андреев, Кабановтар һәм ЮУГАО инглиз компанияһы прииск хужалары булалар.

Таналыҡ—Баймаҡ ҡасабаһы 1922 йылда Бөрйән—Таналыҡ волосының үҙәге була. 1917 йылдың 7 ноябрендә эшсе депутаттар советы һәм ревком һайлана, уның председателе итеп Леонид Азанов тәғәйенләнә.

1928 йылда Баймаҡ эшселәр ҡасабаһы тип үҙгәртелә, ә 1938 йылда район әһәмиәтендәге ҡала статусы бирелә. 1992 йылда ҡалаға республика әһәмиәтендәге ҡала статусы бирелә.

Башҡортостан Президентының 1994 йылдың мартындағы указы нигеҙендә ҡала һәм район дөйөм территориаль-административ берәмек булып иҫәпләнә.

[үҙгәртергә] Халҡы

Ҡала һәм райондың ҙур өлөшө — башҡорттар.


Демографик торғонлоҡ — ҡала һәм райондың мәсьәләһе булып тора. Был халыҡтың күрше район һәм ҡалаларға күсеп китеүе менән бәйле.

Йыл Халыҡ һаны (мең кеше)
1939 13,9
1959 11,3
1970 12,5
1989 16,0
2002 17,2
2008 16,9
2009 17,0

[үҙгәртергә] Сәнәғәт ойошмалары

  1. Баймаҡ ҡойоу-механика заводы ААЙ
  2. Башкомбикорм ААЙ
  3. Башприцепром ААЙ
  4. ПМК Баймаҡ яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы

[үҙгәртергә] Белем биреү учреждениелары

  1. 105-се һөнәри училище
  2. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы
  3. Өфө йылылыҡ-энергетика техникумының Баймаҡ филиалы

[үҙгәртергә] Һылтанмалар


Coat of Arms of Bashkortostan.svg Башҡортостан ҡалалары Flag of Bashkortostan.svg
Башҡала: Өфө

Ағиҙел | Баймаҡ | Бәләбәй | Белорет | Бөрө | Благовещен | Дүртөйлө | Дәүләкән | Ишембай | Күмертау
Мәләүез | Межгорье | Нефтекама | Октябрьский | Салауат | Сибай | Стәрлетамаҡ | Туймазы | Учалы | Яңауыл

Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә