Байһаҡал

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Байһаҡал
Байһаҡал
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы районы

Ауыл советы

Кирәбе

Координаталар

54°28′45″ с. ш. 58°58′34″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 840 002

ОКТМО коды

80 653 440 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Байһаҡал (Рәсәй)
Байһаҡал
Байһаҡал
Байһаҡал (Башҡортостан Республикаһы)
Байһаҡал

Байһаҡал (рус. Байсакалово) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ йәшәмәй[1]. Почта индексы — 453725, ОКАТО коды — 80253840002.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Байһаҡал ауылы Ҡыуаҡан улусының Златоуст заводтары менән бәхәсле ерендә урынлаша. Уның тарихы ҡатмарлы һәм бик үк асыҡ түгел. Байһаҡаладар бер мәл Ҡаратабын улусы аҫабалары һәм Уй ҡәлғәһе кешеләре менән килешеүе буйынса башҡорт ауылы Лапинола (Силәбе өлкәһе) йәшәгән. Һуңынан ер ҡәлғәгә тапшылырған. Шул саҡта 1808 йылда хәрби губернатор Г. С. Волконский Байһаҡалдың ерһеҙ халҡын Чистоозерский ҡәлғәһенә ҡаҙнаның буш ерҙәренә күсергән. Был ауылда 92 ҡаҙаҡ теркәлгән була. Ҡаҙаҡтарҙың бер өлөшө ҡасып киткәс, бик күптәр башҡа ауылдарға таратыла- Күлбай ауылына 68 кеше, Туғыҙлы ауылына — 5 ғаилә һ.б. Нисек кенә булмаһын, 1834 йылда Ағиҙел яры буйындағы Байһаҡалда 23 хужалыҡта 162 кеше йәшәгән. X рәүиз буйынса унда 174 кеше иҫәпләнгән. 1841 йылда 30 хужалыҡта 60 ат, 48 һыйыр, 250 һарыҡ, 20 баш кәзә булған. Урындар һәм малдар етерлек булмағас, кешеләр йәйләүгә сыҡмай. Шул хужалыҡтарҙа йәшәгән халыҡ 24 бот ужым һәм 352 бот яҙғы иген сәскән. Мал да, икмәк тә сиктән тыш аҙ була. Шуға күрә халыҡтың бер өлөшө ылаусылыҡ менән, башлыса руданы заводтарға ташыу менән шөғөлләнә[2].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь - - -

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ревизия материалдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1834 йылда[3] Байһаҡал ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл эргәһенән Ағиҙел йылғаһы башлана.

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 70 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Кирәбе): 30 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Учалы): 62 км[4].

Урамдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Байһаҡал урамы (рус. улица Байсакал)
  • Ирәмәл урамы (рус. улица Иремель)[5]

Ер-һыу атамалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Эрәҫтәк тауы[6]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]