Бал
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Ҡорт балы (урыҫ. пчелиный мед)— ҡорт бөрләтәүендә йыйылып, кәрәҙ күҙәнәктәрендә бөркөп бушатылған тат 4-8 көндән балға әйләнә;бал менән тулған күҙәнәктәр йоҡа ғына ҡына менән ҡаплана; өлгөргән бал ҡуйы, үтә күренмәле, хуш еҫле, татлы була
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Составы
300-гә яҡын төрлө матдә; углевод-70-75%, һыу -17,5-21% , аҡһым -0,6%; шулай уҡ 23 аминокислота, 40-тан ашыу микроэлемент бар; калийға, фосфорға бай;
[үҙгәртергә] Ҡулланылышы
Медицинала, кондитер сәнәғәтендә, косметикала киң ҡулланыла.
[үҙгәртергә] Балдың бүленеше
Сығышы,составы, тәме, төҫө һәм башҡа үҙенсәлектәре буйынса бер нисә төркөмгә бүлеп йөрөтөлә
- Географик сығышы буйынса: башҡорт балы, Алыҫ көнсығыш балы, Алтай балы;
- Ботаник сығышы буйынса: сәскә балы, япраҡ балы, ҡатнаш бал;
- Эшкәртеү буйынса кәрәҙле бал, айыртылған бал;
- Эшкәртеү миҙгеле буйынса: яҙғы бал, йәйге бал, көҙгө бал һ.б.
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
- Г.Д. Зәйнуллина. Умартасылыҡ һүҙлеге. Өфө, 2001 йыл. 155 бит.