Балалар музыкаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Балалар музыкаһы — балалар тарафынан тыңлау йәки башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән музыка.


Ҡыҫҡаса белешмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сағыу образлылыҡ, конкрет йөкмәтке, форманың аныҡлығы һәм ҡыҫҡалығы менән билдәләнә. Инструменталь балалар музыкаһы программалылыҡ, һүрәтләү, тауыштарҙы оҡшатыу, беренсел жанрҙарға (йыр, бейеү, марш) һәм фольклорға таяныу хас. Балалар башҡарыуы өсөн тәғәйенләнгән әҫәрҙәр уларҙың мөмкинлеген (тауыш диапазонын, техник әҙерлеген) һәм художестволы ҡабул итеү һәләттәрен күҙ уңында тотоп яҙыла.

Башҡорт фольклорында балалар музыкаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт фольклорында йырҙар (әйлән-бәйлән, бишек йырҙары, шаян йырҙар, тиҙәйткестәр, таҡмаҡтар һ.б.), бейеү көйҙәре, көйлө уйындарҙы тәшкил итә, улар профtccиональ балалар музыкаһының нигеҙе булып тора. 1950—60‑сы йй. Башҡортостан композиторҙары халыҡ йырҙарын инструменталь һәм вокаль эшкәртеү жанрына мөрәжәғәт итә, халыҡ музыкаһына оҡшаш миниатюралар ижад итә: Х.Ш.Заимовтың “Вальс-шаяртыу” (“Вальс‑шутка”), “Ҡурсаҡ өсөн бишек йыры” (“Колыбельная кукле”), “Балалар бейеүе” (“Танец детворы”) фп. өсөн пьесалары, “Фортепиано өсөн алты пьеса” (“Шесть пьес для фортепиано”) циклы, Н.Ғ.Сабитовтың 4 полифония миниатюраһы һ.б

Башҡорт балалар музыкаһының үҫеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1970—90‑сы йылдарҙа жанр яғынан байыуы күҙәтелә: балеттар, опералар, театр музыкаһы, йырҙар, оркестр һәм төрлө инструменттар (күпселек осраҡта фолртопиано) өсөн пьесалар. Балалар өсөн фортопиано музыкаһын миниатюралар (халыҡ көйҙәре эшкәртмәләре, вальс, мазурка, ноктюрн, прелюдия, скерцо, тарантелла, элегия һ.б.), сюиталар, күләмле әҫәрҙәр (сонатиналар, сонаталар, концерттар) тәшкил итә. Пьесалар йыш ҡына циклдарға берләшә: Р.Р.Йыһановтың 6 прелюдияһы, Сабитовтың 4 прелюдияһы һәм Инструменталь көйҙәре, С.Р.Сәлмәновтың 3 прелюдияһы. Р.Х.Ғәзизовтың “Һүрәттәр” (“Картинки”), “Туған моңдар” (“Родные напевы”), С.Г.Шаһиәхмәтованың “Интервалдар” (“Интервалы”), М.Х.Әхмәтовтың “Калейдоскоп” һ.б. циклдар программалыуртаҡ исем м‑н берләштерелгән. П.И.Чайковскийҙың “Балалар альбомы” (“Детский альбом”) традицияһын Заимов, Сабитов дауам итә. Камера‑инструменталь Б.м. Шаһиәхмәтованың ҡыллы квартет өсөн Балалар сюитаһы, флейта, фагот һәм кларнет өсөн “Бәләкәй көтөүсе ҡыҙҙар” (“Маленькие пастушки”) пьесаһы һ.б. ансамблдәре тәшкил итә. Ансамбль репертуары м‑н бер рәттән, төрлө музыка ҡоралдарының — аккордеон, баян, думбыра, ҡумыҙ, ҡурай, скрипка, фагот, флейта һ.б. — яңғыҙ башҡарыу репертуары киңәйә.


Балалар музыкаһының тематикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балалар өсөн вокаль музыка һәм хор музыкаһының тематикаһы күп төрлө: балалар тормошонан күренештәр, әкиәт сюжеттары, тәбиғәт образдары М.М.Вәлиев, А.Х.Ғабдрахманов, Н.Ә.Дауытов, Ш.Ш.Ибраһимов, Р.Ғ.Ҡасимов, А.М.Ҡобағошов, Ш.З.Ҡолбарисов, С.Ә.Низаметдинов, К.Й.Рәхимов, Сабитов, Р.В.Сәлмәнов, С.Р.Сәлмәнов, А.Р.Сәлмәнова, Р.Х.Сәхәүетдинова, Р.М.Хәсәнов, Д.Д.Хәсәншин, Шаһиәхмәтова, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. әҫ. сағыла. Театр музыкаһы жанрында А.К.Березовский (“Һинд легендаһы” — “Индийская легенда”, Н.Р.Гусева һәм С.И.Потабенко; “Ҡыҙыл ҡалпаҡ” — “Красная шапочка”, Е.Л.Шварц), С.С.Миролюбов (С.Т.Аксаковтың “Ал сәскә” — “Аленький цветочек” әкиәте буйынса шулай уҡ исемле әҫәр; «“Өйрәк бәпкәләре өйө” сере» — «Тайна “Дома утят”», У.Дюла); С.Р.Сәлмәнов (“Аҡыллы ҡыҙ”, “Етеҙҙең батырлығы” телеспектаклдәре) эшләй. В.Н.Клепининдың“ Итекле бесәй” (“Кот в сапогах”), “Өс сусҡа балаһы һәм өс айыу” (“Три поросёнка и три медведя”), “Носорог һәм жираф” (“Носорог и жираф”) мюзиклдары һәм С.Я.Маршактың “Йүләр сысҡан балаһы тураһында” (“О глупом мышонке”), А.Л.Бартоның “Ҡоромға буялған һары себеш тураһында” (“О жёлтом цыплёнке, покрытом сажей”) әкиәттәренә Ҡасимов яҙған көйҙәр сағыу һүрәтләү һәм нескә мәғәнәлелек м‑н айырылып тора. Балалар өсөн Ғабдрахманов (Д.Н.Мамин-Сибиряктың “Ала муйын” — “Серая шейка” әкиәте б‑са ш. уҡ исемле әҫәр), Ғәзизов (“Марстың осоуы”), Дауытов “Тараҡан” (“Тараканище”), Сабитов (“Мыйыҡһыҙ тылсымсы” — “Безусый волшебник”) опералар, Әхмәтов (“Маугли”), Ғәзизов “Әли баба һәм ҡырҡ юлбаҫар” (“Али-баба и сорок разбойников”), Ф.М.Ғафуров “Тере шишмә” (“Родник жизни”), Сабитов (А.Н.Толстойҙың “Алтын асҡыс” — “Золотой ключик” повесы буйынса “Буратино” балеты, “Мурзилка-космонавт”) балеттар ижад итә.

Балалар музыкаһының репертуары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балалар музыкаһының репертуары ҙур урын алып тора: Ҡасимовтың скрипка өсөн 4 альбомы, В.А.Башенёв, В.Ф.Беляков, В.Г.Морозов, Р.Ғ.Рәхимов, Р.Ғ.Сәғәҙиева, Ф.К.Сәйфуллин, В.П.Суханов, С.М.Тюфяков, Р.Ю.Шәйхетдинов редакцияһында баян өсөн балалар пьесалары йыйынтыҡтары; баян һәм ҡурай, думбыра өсөн (икеһе лә — Б.П.Тевс эшкәртеүендә), ике баян, баян һәм аккордеон, жалейка, ҡумыҙ, урыҫ халыҡ ҡоралдары ансамбле өсөн пьесалар (бөтәһе лә — төҙөүсеһе В.Н.Линник). Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн 4 “Балалар баҡсаһында музыка” йыйынтығы нәшер ителә.

Үҫеш йүнәлештәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге башҡорт балалар музыкаһының төп үҫеш йүнәлештәре — полистилистика, фольклор элементтарын үҙгәртеп яраҡлаштырыу, традицион булмаған жанрҙар барлыҡҡа килеү, заманса техник композициялар ҡулланыу: Йыһанов багателдәре, С.Р.Сәлмәновтың “Боронғо” (“Старинная”) һәм Ҡасимовтың “Характеристик” (“Характеристическая”) сюиталары, Клепининдың 2 фп. өсөн Балалар концерты, Ҡобағошовтың “Байрамда” фп. өсөн пьесалар циклы, И.И.Хисаметдиновтың “Шаян помидор” (“Весёлый помидор”), “Аҡ томбойоҡтар бейеүе” (“Танец белых кувшинок”), “Күңелле ял” (“Беззаботная прогулка”) фп. миниатюралары һ.б.

Балалар музыкаһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.