Балаҡатай районы
| Балаҡатай районы урыҫ. Белокатайский район |
|
|---|---|
| Ил | Рәсәй |
| Статус | Муниципаль район |
| Төбәк | Башҡортостан |
| Эске бүленеш | 14 ауыл биләмәһе |
| Административ үҙәге | Балаҡатай ауылы |
| Хакимиәт башлығы | Каюмов Нагим Харисович |
| Халыҡ һаны | 22623 кеше |
| Халыҡ тығыҙлығы | {{{density}}} |
| Майҙаны | 3037 км² |
| Сәғәт бүлкәте | MSK +2 |
| Автомобиль коды | 02, 102 |
Балаҡатай районы (урыҫ. Белокатайский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Силәбе менән Свердловск өлкәләреләре сигендә урынлашҡан. 1930 йылда Иҫке-Балаҡатай Районы ойошторолған, 1933 йылда хәҙерге исеме бирелгән. Майҙаны — 3037 км2. Район үҙәге — Яңы Балаҡатай ауылы, Өфөнән 341 км, иң яҡын тимер юл станцияһы Үңкерҙенән (Силәбе өлкәһе) 35 км. Халҡы — 22,6 мең (2010) кеше (1970 — 27,5 мең; 1979 — 24,9 мең; 1989 — 22,1 мең; 1995 — 23,0 мең кеше). Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 1 км2-ға 8 кеше. Күпселек урыҫтар һәм башҡорттар йәшәй. Районда барлығы 46 ауыл. Кешеләрҙең күбеһе (1989 халыҡ иҫәбен алыу буйынса) Яңы Балаҡатай (5,3 мең), Ҡарлыхан (1,7 мең), Урғалы (1,5 мең), Ямаш (1,2 мең) ауылдарында йәшәй.
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Географияһы
Район територияһы Ҡариҙел менән Әй йылғаларының түбәнге ағымы араһында ята. Диңгеҙ кимәленән 300—400 м өҫтә. Ул ерҙәр йылға туғайҙары, ҡулауыҡтар менән ныҡ ҡына бүлгеләнгән. Көнсығыш яғын Уралдың көнбайыш битләүендәге алғы һырттар теҙмәһе (Масҡары арҡа, Ҡарауылтау, Һараяҡ, Аҡҡашҡа һ.б.) биләй. Орографик факторҙар тәьҫире арҡаһында яуым-төшөм күләме 550—600 мм-ға барып етә, йылы ваҡыт 90—100 көндән артмай.
Һоро һәм ҡарағусҡыл һоро урман тупрағы, ә көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә һоро һәм ҡарағусҡыл һоро тау-урман тупрағы өҫтөнлөк итә. Райондың 46,8% ерендә ҡатнаш урмандар таралған. Ҡондоҙ, шәшке, ҡама, ҡырағай йәнлек һәм ҡош-ҡорттоң башҡа һунар-промысла төрҙәрен һаҡлау маҡсатында Ҡарлыхан менән Балаҡатай заказниктары ойошторолған. Район терРайонда ҡомташ (Яңы Балаҡатай), кирбес балсығы (Атарша), ҡом, ҡомло ҡырсынташ кеүек материалдар ҡатнашмаһы, агрономик рудалар: эзбизташ, күл эзбизе, торф туфы (Аҡсаған) ятҡылыҡтары табылған. Уларҙың бер ни тиклем өлөшө урындағы ихтыяж өсөн ҡулланыла.
[үҙгәртергә] Иҡтисад
Ауыл хужалығы ерҙәре майҙаны 124,7 мең га (район територияһының 41,1%), шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 84,2 мең га, сабынлыҡ — 17,2, көтөүлек — 23,3 мең га. Ауыл хужалығы малсылыҡ һәм игенселек буйынса махсуслашҡан, сусҡасылыҡ үҫешкән, Балаҡатай май-сыр комбинатыты — Районда ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеүсе берҙән-бер предприятие. Урман ресурстары Ҡарлыхан леспромхозы, Урғалы һәм Ҡаҙыр ағас әҙерләү участкалары тарафынан файҙаланыла.
[үҙгәртергә] Транспорт
Районды транспорт менән хеҙмәтләндереүҙә ике тимер юл станцияһы: Үңкерҙе (Район территорияһынан ситтә) һәм Урғалы (Район территорияһында) ҡатнаша.Үңкерҙенән Яңы Балаҡатай ауылынана автомобиль юлы бара. Яңы Балаҡатай—Үрге Ҡыйғы һәм Яңы Балаҡатай—Ҡарлыхан—Оло Устьикин автомобиль юлдары районды республика әһәмиәтендәге Өфө—Бөрө—Сулея—Һатҡы, Мәсәғүт—Красноуфимск автомобиль магистралдәре менән тоташтыра. Урғалы тимер юл станцияһында Уренгой—Силәбе—Петровск газ үткәргесенең газ ҡыуҙырыу станцияһы урынлашҡан. Яңы Балаҡатайҙа аэропорт эшләй.
[үҙгәртергә] Социаль-мәҙәни өлкә
Районда 38 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 12 урта мәктәп; 1 музыка мәктәбе, 1 ПУ, 21 дөйөм китапхана, 42 клуб учреждениеһы, үҙәк район, 3 участка дауаханаһы бар. Урыҫ һәм башҡорт телдәрендә «Новый Белокатай» — «Яны Балакатай» гәзите сыға.
[үҙгәртергә] Һылтанмалар
- Башҡортостан. Ҡыҫҡа энциклопедия. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте. Өфө, 2007.
- Администрации муниципального района Белокатайский район Республики Башкортостан
- Белокатайский портал
- Белокатайский район. История и современность.
Ҡалып:Балаҡатай районы ауылдары
| Башҡортостан райондары |
| Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл |