Бала табыу йорттары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәсәйҙәге иң беренсе бала табыу йорто, Северодвинск ҡалаһы. Хәҙер Северодвинск ҡалаһы тыуған яҡты өйрәнеү музейы

Бала табыу йорттары — ауырлы ҡатындарға бала тапҡансы, бала тапҡанда һәм бала тапҡандан һуңғы осорҙа, шулай уҡ яңы тыуған балаларға квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеүсе стационар тибындағы дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары.

Дөйөм мәғлүмәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙ аллы йәки күп йүнәлешле һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының структура бүлеге булараҡ эшләй. Бала табыу йорттары дөйөм һәм махсус (йөрәк, бөйөр ауырыулы, эндокрин патологиялы, резус‑конфликтлы ауырлы, ауыры төшөү ҡурҡынысы булған һ.б. ҡатындар өсөн) төрҙәргә айыралар. Физиол. (ҡабул итеү, бала табыу, бала тапҡандан һуңғы, яңы тыуғандар), күҙәтеү (ҡабул итеү һәм сығарыу бүлмәһе, бала табыу һәм изоляция блоктары, бала тапҡандан һуңғы һәм яңы тыуғандар өсөн палаталар), ауырлыларҙың патологияһы, диагностика һ.б. бүлектәре бар; Бала табыу йорттары күбеһендә ҡатын‑ҡыҙҙар консультациялары эшләй.

Башҡортостандағы бала табыу йорттары тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өфөлә беренсе бала табыу йорттары 1910 йылда асыла, 1923—24 йылдарҙа әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау учреждениелары, әсә һәм бала йорттары, ауырлы ҡатындар өсөн консультациялар ойошторола (ҡара: Әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау). 1913 й. Башҡортостанда ауырлылар һәм бала табыусылар өсөн 134 койка, 1940 — 1076, 1960 — 3277, 1965 — 4181 акушер‑гинекологик койка булған; ауырлыларға уларҙың экстрагениталь патологияһын иҫәпкә алмайынса мед. ярҙамы күрһәтелгән; ауыл ерендә стационарҙа бала табырға ярҙам итеү 61% тәшкил иткән. 70—80‑се йй. Өфөлә махсуслаштырылған Бала табыу йорттары (йөрәк‑ҡан тамырҙары, эндокрин системаһы патологиялары һәм резус‑конфликт ситуациялы ҡатындар өсөн) асыла. 1995 й. алып ҡайһы бер Б.т.й. индивидуаль бала табыу залдары булдырыла, әсә һәм баланың бергә булыуы практикаға индерелә башлай. 2009 й. респ. 4 үҙ аллы Бала табыу йорттары (Өфөлә 3‑сө, 4‑се, Белорет һәм Салауат ҡҡ.), 10 күп профилле ҡала дауалау‑иҫкәртеү учреждениеһында һәм бөтә үҙәк район дауаханаларында тиерлек акушер бүлектәре, Респ. перинаталь үҙәге эшләй .

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Медицина үҙәктәре

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бала табыу йорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.


Ҡалып:Hospital-stub