Балыҡтар
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
(
Балыҡ битенән йүнәлтелде)
Балыҡ (лат. Pisces; төр. Balık) — [[хайуандаръъ донъяһының айырым класы; айғолаҡ аша һулыш алыусы умыртҡа һөйәклеләрҙең ҙур төркөмө; йөҙгөс ҡойроҡло, һалҡын ҡанлы, умыртҡалы һыу тереклеге. Балыҡтар тоҙло һәм сөсө һыуҙарҙа, тау шишмәләренән алып океан тәрәнлектәренә тиклем тереклек итә. Балыҡтар һыу экосистемаһында аҙыҡ сылбыры булараҡ ҙур роль уйнай, шулай уҡ кеше өсөн аҙыҡ булып тора. Балыҡтарҙың ҙурлығы 7,9 мм-ҙан алып (Paedocypris progenetica[1]) 13,7 м-ға тиклем (кит акулаһы).
Донъяла 25 000 — 31 000 балыҡ төрө барлығы билдәле. Рәсәйҙә 3000 төрө тереклек итә[2], шул иҫәптән 280 сөсө һыу балығы.
Зоологияның балыҡтарҙы өйрәнә торған фәне ихтиология тип атала.
- ↑ World’s smallest fish — Natural History Museum
- ↑ Высшие таксоны животных: данные о числе видов для России и всего мира (А. В. Неелов, 1995)