Балғабаш
| Балғабаш | ||||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||||
| Coccothraustes coccothraustes (Linnaeus, 1758) |
||||||||||||||||
| Ареал | ||||||||||||||||
|
| Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 149597 |
Балғабаш (урыҫ. дубонос, лат. Coccothraustes coccothraustes) — Европала, Азияла, Төньяҡ Африкала йәшәй торған, тупаҡ ҙур суҡышлы ваҡ ҡош йәки турғай.
Ҡылыҡһырлама [үҙгәртергә]
Ҡалынморон турғай, сүкешбаш. Ҙурлығы сыйырсыҡ¬тай. һирәк осоусы ҡыҫҡа ҡойроҡло, йыуан, ауыр кәүҙәле ҡош. Осло ғына суҡышының төбө бик йыуан. Ата ҡош¬тоң дөйөм төҫө алйыуыраҡ ерән. Суҡыш төптәре, тамағы, ҡанат ситтәре, ҡойроғо ялтыр ҡара. Елкәһе, яурындары, ҡорһағы һәм ҡойроҡ осо аҡ. Инә ҡоштоң дөйөм төҫө һо¬ро. Башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел. Тауышы яңғы-рауыҡлы: «сыҡ-сыҡ». һайрауы сыйылдаҡ һәм безелдәк тауыштарҙан тора. Ҡыуаҡлыҡтарҙа, япраҡлы урмандарҙа йәшәй. Емеш:еләк һөйәктәре эсендәге емдәр, сәтләүектәр, ағас орлоҡтары менән туйына. Ултыраҡ ҡош. һирәк ос¬рай. Ағастарҙа оялай. Ҡара-көрән таплы, сыймадаҡлы 4—5 бөртөк һорғолт йәшел йомортҡаһы була.
Әҙәбиәт [үҙгәртергә]
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Н. П. Кныш. Некоторые черты биологии дубоноса в лесостепье Сумщины [1] // Екологія. Вип. 1-2. 1998. С. 70-81.