Балҡан ярымутрауы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Балҡан ярымутрауы
Характеристикалары
Майҙаны505 мең км²
Урынлашыуы
41°50′ с. ш. 22°50′ в. д.HGЯO
Европа
Точка
Балҡан ярымутрауы
 Балҡан ярымутрауы Викимилектә
З Балҡан ярым утрауының көнбайыш өлөшө
Балҡан ярымутрауы 1991

Балҡан ярымутрауы (слов. Balkanski polotok, хорв. Balkanski poluotok, босн. Balkansko poluostrvo, сер. һәм черногор. Балканско полуострво, рум. Peninsula Balcanică, болг. һәм макед. Балкански полуостров, грек. Βαλκανική χερσόνησος, төр. Balkan Yarımadası, итал. Penisola Balcanica, лат. Paeninsula Balcanica) Европаның көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Майҙаны — 505 км² тирәһе.

Ярҙары көньяҡ-көнбайышты һәм көньяҡ көнсығышта Урта диңгеҙ, Адриатик диңгеҙ, Ион диңгеҙе, Мәрмәр диңгеҙе, Крит диңгеҙе, Эгей диңгеҙе һәм Ҡара диңгеҙ һыуҙары менән йыуыла.

Төньяҡта сиктәре шартлы рәүештә билдәләнгән. Дунай, Сава һәм Купа, һыҙаты буйлап һәм һуңғыһының йылға башынан алып ҡойған урыны Кварнер ҡултығына тиклем[1].

Ярҙары өлөштәргә бүлгеләнгән. Рельефы башлыса таулы (Стара-Планина, Родоптар, Динар тау итәктәре, Пинд).

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балҡан ярымутрауының хәҙерге атамаһы шул уҡ исемдәге тауҙар исеменән килеп сыҡҡан. Балҡан һүҙенең килеп сығышы аныҡ билдәле түгел; ул фарсы телендәге bālk (бысраҡ) һәм төрөкндәге -an суффиксы — «һаҙлыҡлы урман» менән бәйле булыуы ихтимал[2] йәки фарсы телендәге balā-khana (ҙур бейек йорт) менән[3]. Оҡшаш һүҙҙәр төрки телдәрҙә лә осрай[4]. Хәҙерге төрөк телендә balkan «урманлы тауҙар сылбыры» тигәнде аңлата[5][6][7].

Атама башлыса Ғосман империяһы осоронда ҡулланылған. Боронғо заманда Стара-Планинаны (Балҡан тауҙары) бор. грек. Αἶμος, лат. Haemus тип аталған.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ярҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балҡан ярымутрауы картаһы (1891 йыл)

Балҡан ярымутрауы ярҙары ныҡ йырғыланған, ҙур булмаған ҡултыҡтары бар. Адриатик һәм Эгей диңгеҙҙәренең ярҙары нығыраҡ йырмасланған; ә Ҡара диңгеҙ ярҙары әҙерәк. Балҡан ярымутрауы яры буйында утрауҙар күп (уларҙың дөйөм майҙаны — 21,5 мең км²).

Рельефы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балҡан ярымутрауы рельефында көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа һуҙылған тауҙар өҫтөнлөк итә[8]. Ярымутрауҙың көнбайышында Динар таулығы (Хорватия, Босния һәм Герцеговина, Черногория биләмәһендә; бында рельефтың карст формалары киң таралған), Далмат тауынан көньяҡҡа (Албанияла, Грецияла һәм Төньяҡ Македонияла) — Пинд тауҙары; Һуңғылары көньяҡта Пелопоннес ярымутрауы (Греция) тауҙарына күсә. Был тауҙар күбеһенсә тәпәш. Тигеҙлектәр аҙ, улар башлыса ярымутрау ситендә урынлашҡан.

Ярымутрауҙың төньяғында (башлыса Болгария территорияһында) тауҙар Рила (Балҡан ярымутрауының иң бейек нөктәһе — Мусала тауы, 2925 м), Пирина (альп тибындағы рельеф), Стара Планина (Балҡан тауҙары массивтарынан тора; төньяҡта Дунай тигеҙлеге менән сиктәш) һәм көньяҡта Эгей диңгеҙенә сыҡҡан Родоп тауҙары.

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балҡан ярымутрауының климаты төньяғында һәм үҙәк райондарында уртаса континенталь, ҡышын һалҡын һәм ҡарлы, йәйен эҫе һәм ҡоро. Июль айының уртаса температураһы — 22 °C; ғинуарҙың уртаса температураһы тигеҙлектәрҙә −1 °C һәм тауҙарҙа −5 °C.

Көньяҡта һәм көнбайышта субтропик Урта диңгеҙ буйы климаты, йәйен эҫе һәм ҡышын һалҡынса була. Июль айының уртаса температураһы — 26 °C; ғинуарҙа уртаса температура — 10 °C.

Төньяҡ-көнсығышта океан һәм субтропик климат, йәй — йылы һәм ҡышын һалҡын. Июль айының уртаса температураһы — 22 °C; ғинуарҙа уртаса температура — 5 °C.

Көнбайышта бик дымлы (йыллыҡ яуым-төшөм 5000 мм-ға етә), көнсығышта һәм көньяҡта яуым-төшөм күпкә кәмерәк (ҡайһы берҙә йылына 500 мм-ҙан кәмерәк).

Гидрографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылғалары күбеһенсә таулы, тупһалары һәм шаршылары күп; башлыса ҡар һәм ямғыр менән тулылана (ҡышын да, яҙ ҙа тулы һыулы; йәй көнө ярымутрауҙың көньяғындағы ваҡ йылғалар йыш ҡына ҡорой). Һуғарыу өсөн ҡулланыла, иң ҙурҙарында (Дунай, Сава, Марица, Искар, Струма һ. б.) суднолар йөрөй. Шкодра, Охрид, Преспа һ. б. — тектоник сығышлы. Күлдәре — карстлы.

Флора һәм фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балҡан ярымутрауының үҫемлектәр донъяһы бик төрлө; эндемик төрҙәр күп. Көньяҡта яр буйындағы бүлкәттә — Урта диңгеҙ тибындағы үҫемлектәр (ҡарағай һәм имән урмандары, ҡыуаҡлыҡтар), өҫтә — киң япраҡлы урмандар, япраҡ ҡойоусы ҡыуаҡлыҡтар. Ярымутрауҙың төньяҡ һәм үҙәк өлкәләрендә киң япраҡлы урмандар (тауҙарҙа — бук һымаҡтар, аҡ шыршы һәм ҡарағай урмандары). Урмандың үрге сиге — 1800—2300 метр бейеклектә. Тигеҙлектә дала үҫемлектәре осрай. Ярымутрауҙың төньяҡ һәм көнсығыш өлөштәрендәге тигеҙлектәр һөрөлгән (тупраҡ ярлы, ҡайһы бер урындарҙа урыны менән ныҡ тоҙло, һуғарыуҙы талап итә; бойҙай, кукуруз, тәмәке, виноград, көньяҡта шулай уҡ зәйтүн һәм цитрус емештәре үҫтерелә).

Фаунаһы шулай уҡ күп төрлө: Һөтимәрҙәрҙең (бүре, ҡабан, төлкө, ҡондоҙ, айыу, ҡыр бесәйе һ.б.), һөйрәлеүселәрҙең (йомран, йылан, грек гөбөргәйеле), ер-һыу хайуандарының, ҡоштарҙың, моллюскыларҙың күп төрҙәре осрай.

Файҙалы ҡаҙылмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балҡан ярымутрауы таш (айырыуса Болгария, Сербия, Босния һәм Герцеговина, Төркиә территорияларында) һәм һоро күмергә бай. Нефть һәм тәбиғи газ ятҡылыҡтары һирәк (башлыса Румынияла, Сербияла, Албанияла). Шуға күрә ярымутрауҙың энергетика системаһында гидроэлектростанциялар өҫтөнлөк итә. Тимер мәғдәне аҙ, ләкин йыш ҡына төҫлө металл (баҡыр, цинк, аҡ ҡурғаш, хром, марганец, магнезит, боксит) мәғдәндәре ятҡылыҡтары осрай.

Илдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көньяҡ-Көнсығыш Европа илдәренә көрән төҫ бирелә: Албания, Болгария, Босния һәм Герцеговина, Төньяҡ Македония, Румыния, Сербия, Төркиә (Европа өлөшө), Хорватия, Черногория, өлөшләтә танылған Косово
Балҡан ярымутрауында йәшәүсе халыҡтар

Балҡан ярымутрауында өлөшләтә йәки тулыһынса урынлашҡан илдәр[9][10]:

Өлөшләтә танылған дәүләт[10]:

Тарихи белешмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1796 йылдан алып Балҡан тарихы
Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлегенән Балҡан ярымутрауы картаһы, 1890—1907

Балҡан ярымутрауы — Европаның неолит дәүерендә ер эшкәртеү барлыҡҡа килгән тәүге төбәктәрҙең береһе. Боронғо дәүерҙә ярымутрау территорияһында гректар, македондар, иллирийҙар, фракиялылар һәм башҡа халыҡтар йәшәгән. Ярымутрауҙың күпселек өлөшөн Рим империяһы баҫып алғандан һуң, күп халыҡтар латинлаша, әммә ҡайһы берҙәре грек мәҙәниәте йоғонтоһонда ҡала.

VI быуатта Балҡанда көньяҡ славян ҡәбиләләре булған. Урта быуаттарҙа ярымутрау йыш ҡына төбәккә хужа булыу хоҡуғы өсөн көрәшкән Византия империяһы, Сербия һәм Болгар батшалығы араһындағы алыштар урыны була. XIV быуат аҙағына бөтә Балҡан ярымутрауы тулыһынса тиерлек Ғосман империяһы йоғонтоһо аҫтында була.

Ун туғыҙынсы быуатта Балҡан халыҡтарының бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәше башлана; 1912—1913 йылдарҙа Балҡан һуғыштары һөҙөмтәһендә Төркиәнең ярымутрау территорияһындағы сиктәре хәҙерге сиктәргә күсә. Балҡан территорияһында Беренсе донъя һуғышы башлана, уның сәбәбе булып Сараевола Австрия вариҫы Франц Фердинандты үлтереү тора.

Икенсе донъя һуғышынан һуң Балҡан илдәренең күпселеге (шул иҫәптән иң ҙуры Югославия) социалистик лагерға ҡарай (Төркиә менән Грециянан башҡа, улар әле лә НАТО ағзаһы булып тора).

1990-сы йылдарҙа төбәк элекке Югославия республикаларындағы низағтар арҡаһында киҫкенләшә, ул илдең Сербияға, Хорватияға, Черногорияға, Боснияға һәм Герцеговинға, Словенияға, Төньяҡ Македонияға һәм өлөшләтә танылған Косовоға тарҡалыуы менән тамамлана.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Балканский полуостров. ecosystema.ru. Дата обращения: 29 март 2023. Архивировано 29 март 2023 года.
  2. Current Trends in Altaic Linguistics; European Balkan(s), Turkic bal(yk) and the Problem of Their Original Meanings, Marek Stachowski, Jagiellonian University, p. 618.
  3. Todorova Maria N. Imagining the Balkans. — New York: Oxford University Press, Inc., 1997. — P. 27. — ISBN 9780195087512.
  4. Oxford English Dictionary, 2013, s.v. (ингл.). www.oed.com. Дата обращения: 13 ғинуар 2023.
  5. Этимология слова Балканы. ΛΓΩ. Дата обращения: 3 июнь 2021. Архивировано 3 июнь 2021 года.
  6. "Balkan", Balkan, Microsoft Corporation, <http://encarta.msn.com/dictionary_/balkan.html>. Проверено 31 март 2008. 
  7. "balkan", Büyük Türkçe Sözlük, Türk Dil Kurumu, <http://www.tdkterim.gov.tr/bts/> 
  8. Рельеф. geography.su. Дата обращения: 3 июнь 2021. Архивировано 3 июнь 2021 года.
  9. БАЛКА́НСКИЙ ПОЛУО́СТРОВ // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  10. 10,0 10,1 Balkans (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Балканы // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
  • Мурзаев Э. М. Словарь народных географических терминов. 1-е изд. — М., Мысль, 1984.
  • Мурзаев Э. М. Тюркские географические названия. — М., Вост. лит., 1996.