Бараба

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
  1. redirect Шаблон:Другие значения
Бараба
Сойка
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Garrulus glandarius (Linnaeus, 1758)

Ареал
изображение
Һаҡлау статусы
Status iucn3.1 LC ru.svg en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 146604
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   560214
NCBI   56783

Бараба (урыҫ. обыкновенная сойка; йәки карезалат. Garrulus glandarius) — барабалар ырыуындағы, ҡоҙғондар ғәиләһендәге, турғай һымаҡтар отрядындағы ҡош.

Йөкмәткеһе

[үҙгәртергә] Ҡылыҡһырлама

Ҙурлығы күгәрсендәй. Өҙлөкһкҙ ағастан ергә, ерҙән кире ағасҡа һикергеләп йөрөй. Ғәҙәттә тупланып йөрөйҙәр. Дөйөм төҫө ерәнһыу һоро. Башында сыбар бүрке бар. Ҡанаттары, ҡойроғо ҡара. Ҡойроҡ төбөндә, ҡанаттарында аҡ таптар бар. Ҡанаттары бөгөлгән урында ҡара арҡыры һыҙатлы ялтырауыҡлы күк тап була. Ҡыжҡылдаҡтан төҫө һәм ҙурлығы менән айырыла. Тауышы тупаҫ: "ҡжжжжҡ- ҡжжжжҡ"

[үҙгәртергә] Тереклек итеүе

Урмандарҙа йәшәй. Киң генә таралған ултыраҡ ҡош. Ағас баштарында оялай. Бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерһә, ҡош ояларын туҙҙырып зыян итә.

[үҙгәртергә] Туҡланыуы һәм үрсеүе

Ҡарағай һәм шыршы орлоҡтары, сәтләүек, бөжәктәр, ваҡ ҡоштарҙың балаларын ашай.Көрән генә таплы 5-7 йомортҡа һала.

Бараба

[үҙгәртергә] Диалекттарҙа

Диалекттарҙа шундай вариантарры бар: Урман һайҫҡаны, суҡтурғай.

[үҙгәртергә] Әҙәбиәт

Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары.Өфө-1986й. 69-сы бит.

[үҙгәртергә] Һылтанмалар

Ҡалып:Wiktionary


Ҡоштар Был  орнитология тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм өҫтәп проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә