Басиров Миәссәр Мәғәсүм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Миәссәр Басиров
Исеме:

Басиров Миәссәр Мәғәсүм улы

Тыуған көнө:

25 ноябрь 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Тыуған урыны:

Баҡалы районы, Иҫке Балыҡлы ауылы, Башҡорт АССР-ы

Вафат булған көнө:

28 февраль 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (52 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

шағир

Ижад йылдары:

1960-1983

Жанр:

лирик шиғриәт

Дебют:

«Мин һинеке, тормош» шиғыр йыйынтығы (1965)

Басиров Миәссәр Мәғәсүм улы (25 ноябрь 1930 йыл28 февраль 1983 йыл) — журналист, шағир. 1968 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миәссәр Мәғәсүм улы Басиров 1930 йылдың 25 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Баҡалы районы Иҫке Балыҡлы ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1941 йылда бишенсе синыфты тамамлай һәм, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 11 йәшлек үҫмер ауылдарындағы «Совет» колхозының 1-се бригадаһына бригадир итеп тәғәйенләнә[1]. 1948 йылда ФЗУ-ла уҡып сыға һәм Иркутск ҡалаһына юллана, бында ул шахтала эшләй.

Йыр-моңға, сәнғәткә һәм шиғриәткә һөйөү уны икенсе тормош юлына тарта. 1949—1952 йылдарҙа буласаҡ шағир Башҡорт театр училищеһында уҡый һәм, урта махсус белем алғас, хеҙмәт эшмәкәрлеген республиканың радиокомитетында дауам итә.

1959 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих-филилогия факультетын тамамлай. Артабан тағы ла радиокомитетта бер нисә йыл өлкән мөхәррир була, шунан «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр һәм бүлек мөдире булып эшләй. Һуңынан бер ни тиклем ваҡыт «Һәнәк» журналында шулай уҡ әҙәби хеҙмәткәр булғас, Башҡортостан Яҙыусылар союзы аппаратында яуаплы вазифа башҡара.

Миәссәр Басиров 1983 йылдың 28 февралендә Өфөлә вафат була.

Әҙәби ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шағир журналистика өлкәһендә етерлек тормош һәм ижад тәжрибәһе туплағас, әҙәбиәткә үҙенең «Мин һинеке тормош!» исемле беренсе шиғри йыйынтығы менән ныҡ баҫып килеп инде. Авторҙың тәүге күстәнәсе бик уңышлы булды һәм шиғриәт һөйөүселәрҙең дә, тәнҡитселәрҙең дә иғтибарын йәлеп итте. Бының төп сәбәбе — Миәссәр Басировтың шиғырҙарына ғына хас булған драматизм һыҙаттары һәм уларҙа һүрәтләнгән хәл-ваҡиғаларҙың үткер сюжетлы булыуы, хис-тойғоларҙың улар тирәһендә уҡмашып килеүе. Ул заман башҡорт поязияһы өсөн яңыраҡ булған был үҙенсәлектәрҙе тулыһынса әҙиптең ҡаҙанышы тип ҡабул итергә кәрәк. Уның сағыштырмаса һирәк сыҡҡан китаптары беренсе йыйынтыҡтағы уңыштарҙы үҫтерә һәм яңынан-яңы үрҙәргә күтәрә барҙы. Был тағы ла өс йылдан икенсе булып донъя күргән «Бөркөт күтәрелер үргенәм» (1968) шиғырҙар йыйынтығында ла бик сағыу күренде. Был турала китаптың исеме лә кинәйәле әййтеп тора. Шағирҙың үҙе тере саҡта нәшер ителгән «Йәрәгем — ғүмер сәғәтем» (1976) һәм «Бағышлау» (1980) йыйынтыҡтарында уның ижади үҫешен күрһәткән поэмалары ла урын алды. Был әҫәрҙәр шулай уҡ тиҙ арала үҙ уҡыусыһын тапты.

Миәссәр Басировтың нескә лиризмға ҡоролған шиғырҙарын композиторҙар көйгә һалды.

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мин һинеке тормош!: Шиғырҙар. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1965. — 72 бит.
  • Бөркөт күтәрелер үргенәм: Шиғырҙар. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1968. — 78 бит.
  • Йәрәгем — ғүмер сәғәтем: Шиғырҙар, поэма. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1976. — 96 бит. 
  • Бағышлау: Шиғырҙар, поэма. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1980. — 160 бит. 
  • Бүләк итәм күңелем йырҙарын: Шиғырҙар, поэма. — Өфө, Китап, 1995. — 224 бит.
  • Йылдарым — елкәндәрем: Шиғырҙар, автор тураһында иҫтәлектәр, бағышлауҙар. — Өфө, Китап, 1997. — 224 бит.
  • Һағынғандыр мине ҡайындар...: Шиғырҙар. — Өфө, Китап, 2005. — 192 бит

Шағир тураһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Романов В. Он был истинным патриотом родной земли (К 85-летию со дня рождения писателя Миассара Басырова). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 25 ноябрь[2].

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Басиров Миәссәр Мәғәсүм улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Нажиб Асанбаев : биобиблиогр. указ. / сост. Г. С. Ахмадиева, Г. Назарова, Г. М. Юмабаева; ред. З. Т. Агзамова; отв. за вып. А. А. Ибрагимов. — Уфа: Нац. б-ка им. А. - З. Валиди РБ, 2011. - 81 с.
  • Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил. (рус.)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]