Башҡортостан Республикаһының Милли музейы
Википедия – ирекле энциклопедия
Башҡортостан Республикаһының Милли музейы – Республиканың 50-нән артыҡ крайҙы өйрәнеү музейҙарын берләштергән фәнни-тикшеренеү музейы. 1864 йылда губерна статистика комитеты ҡарары менән Өфө губерна музейы буларак ойошторола. Бөгөнгө көнгә тиклем был музей туғыҙ исем алмаштыра. 1993 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының Милли музейы тип атала.
Губерна музейын ойоштороуҙа Н.А.Гурвич. А.Б.Иваницкий, В.И.Власов, К.А.Бух, А.А.Пекер ҡатнаша. Музей коллекцияларының төп өлөшөн урындағы сәнәғәт өлгөләре, нумизматика, энтомология, ботаника, зоология, тарих-археология экспонаттары тәшкил итә.
Музейҙы тулыландырыуҙа төрлө йылдарҙа 3. Ш. Шакиров, Г. В. Вахрушев, Ғ. Ф. Уйылданов, К. С. Никифорук, М. И. Касьянов, Д. Ғ. Йыһановтар күп көс һала. Хәҙерге көндә музей 50-нән артыҡ филиалдарҙы берләштерә. 1991 йылда музей яңы бинаға күсә (Совет урамы, 14).
Башҡортостан Республикаһының Милли музейында 100 меңдән ашыу экспонат менән танышырғы мөмкин.
{Яҙылып бөтмәгән, рәсем кәрәк}