Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры
| Театр | |
|
Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры
|
|
| Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры | |
| Ил | Рәсәй |
| Ҡала | Өфө |
| Нигеҙ һалынған | 1875 |
| Ниғмәте | |
| Сайт | Рәсми сайт |
}}}}}}}}}}}}}}
Башҡортостандың рус академия драма театры — Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә урынлашҡан драма театры.
[үҙгәртергә] Тарихы
1772 йыл — Өфөлә беренсе театр тамашаһын тиҙ генә әҙерләнгән сәхнәлә һөргөндәге поляк интеллегенцияһы әҙерләп күрһәтә.
1841 йыл — Антрепренёр (шәхси театр тотҡан кеше) Н.А. Соколовтың беренсе профессиональ театр труппаһы эшләй башлай.
1861 йыл — Өфөлә беренсе театр бинаһы төҙөлә. Ул хәҙерге Матросов, З.Вәлиди, Цюрупа, Туҡай урамдарының квадратында урынлашҡан була. Театр 400 урынлыҡ тамашасыға иҫәпләнгән була.
1861 йылды Республика рус драма театры асылған йыл тип иҫәпләргә була.
1890 — 1891 йылдың ҡышында театрҙа Семенов-Самарский опера театры сығыш яһай, был операла әлегә берәүгә лә таныш булмаған, Федор Иванович Шаляпин хорҙа йырлай.
1891 йылдың 31 декабрендә театрҙа янғын сыға.
1894 йылда Өфөлә билдәле хәйриә эшмәкәре, спирт-араҡы һәм пиво заводы хужаһы В. А. Виденеев ағастан йәйге театр бинаһын төҙөй. Үкенескә ҡаршы, театр беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған.
[үҙгәртергә] Совет осоро
Совет хөкүмәтенең 1919 йылдың 26 августы «Театр эшен берләштереү» тигән декреты нигеҙендә дәүләт театр контораһы ойошторола. Театрҙы асыу 1919 йылдың 7 ноябрендә үтә. Был көндә Октябрь революцияһының 2 йыллығына «Азатлыҡ» исемле коммунистик апофеоз (маҡтау) һәм Р. Лоарҙың «Король Арлекин, йәки тәхеттәге кәмитсе» («Король Арлеаин, или Шут на троне)» трагикомедияһы күрһәтелә.
1931 -1941 йылдар — театрҙың үҫеш йылдары. Был йылдарҙа театр 150 әҫәрҙе сәхнәләштерә. 1935 йылда рус сәхнәһендә беренсе тапҡыр башҡорт пьессаһы — А. Таһировтың «Алатау» драмаһы ҡуйыла.
1939 йылдан 1982 йылға тиклем театр Гоголь урамындағы бинала урынлаша (хәҙерге Башҡорт дәүләт филормонияһы). 1982 йылда театр Октябрь проспектындағы яңы, техник яҡтан йыһазландырылған бинаға күсә.
Театр — бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара театр фестивалдәре лауреаты.
[үҙгәртергә] Һылтанмалар
- Башҡортостандың рус академия драма театры cайты
- «Театральная Россия» белешмәһендә театр тураһында бит
- «Башҡортостан 450» сайтында театр тураһында
Башҡорт дәүләт академия драма театры| Башҡорт опера һәм балет театры| Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры| М. Кәрим исемендәге Башҡортостан Республикаһының милли йәштәр театры| Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры | "Нур" Өфө дәүләт татар театры| Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры | Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры | Салауат башҡорт дәүләт драма театры | А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт театры | Туймазы татар дәүләт драма театры