Башҡортостан ҡурсаулығы

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
(Башҡортостан ҡурсауығы битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Башҡортостан ҡурсаулығы (йәки Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы) — Башҡортостандың Бөрйән районында урынлашҡан, ғәйәт бай үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын, йәнһеҙ тәбиғәт мөғжизәләрен, мәҙәниәт ҡомартҡыларын, Көньяҡ Уралдың аралаш һәм киң япраҡлы урман комплексын берләштергән ҡурсаулыҡ.

[үҙгәртергә] Тарихы

Башҡортостан Халыҡ Комиссарҙары Советы 1929 йылдың 3 сентябрендә заповедник ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә һәм ул 1930 йылдын 11 июнендә эшләй башлай. Һуңынан Министрҙар Советы ҡарары менән ҡурсаулыҡ бөтөрөлә һәм урман хужалығы ойошторола. Урманды көсөргәнешле киҫеү башлана. Тик 1958 йылдың ноябренән ҡурсаулыҡ яңынан аяҡҡа баҫтырыла. 1986 йылдан Шүлгәнташ ҡурсаулығы итеп үҙгәртелә.

[үҙгәртергә] Маҡсаты һәм бурысы

Ҡурсаулыҡ Көньяҡ Уралдың үҙәгендә, Бөрйән районының матур тәбиғәт ҡосағында 75 мең гектар майҙанды биләй. Ойошторолоуының тәүге көндәренән үк бындағы тәбиғәт байлығын һаҡлауға һәм ишәйтеүгә ҙур иғтибар бирелде, һунарсылыҡ тыйылды.

Бөтә донъяға билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһе РСФСР хөкүмәте ҡарары менән ҡиммәтле тәбиғәт ҡомартҡылары комплекстары иҫәбенә индерелде. 1959 йылда бында юғары палеолит дәүерендә йәшәгән тәүтормош кешеләренең ҡаяға төшөргән уникаль һүрәттәре табылды.

Ҡурсаулыҡ территорияһы ике ҙур — Үҙән һәм Ағиҙел буйы биләмәләренән тора. Бында 800-ҙән ашыу үҫемлек (күптәре СССР-ҙың «Ҡыҙыл китабына» индерелгән) төрҙәрен осратырға мөмкин. Урмандары икһеҙ-сикһеҙ, саф һыулы йылғалары балыҡтарға бай, хатта хәҙер һирәк осрай торған бағыр, бәрҙе, ҡыҙылбалыҡ һаҡланған.

Бал һуты бүлеп сығарыусы 100-ҙән ашыу сәскә атҡан туғайҙарында умартасылыҡ, урмандарында солоҡсолоҡ өсөн шарттар уңайлы.

Ҡурсаулыҡтың бурысы — ошо тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлап алап ҡалыу.

[үҙгәртергә] Һылтанмалар

Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә