Башҡорттар

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Башҡорттар

Башҡорттар, Башҡортостан Республикаһының төп халҡы. Республиканан тыш башҡорттарҙың тарихи йәшәйеш төбәктәре Силәбе, Ырымбур, Свердловск, Ҡорған, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Татарстан республикаһында һәм Пермь крайында бар. Башҡорттарҙың Рәсәйҙә һан иҫәбе (2002) — 1 673 389 кеше, шул иҫәптән республикала — 1 221 302. Башҡорт теле Алтай ғәиләһе төрки төркөмөнең көнбайыш тармағына инә, тармаҡланған диалект структураһы бар. Дингә ышанған башҡорттар — мосолман-сөнниҙәр.

Эстәлеге

[үҙгәртергә] Башҡорттарҙың һан иҫәбе

Рәсәй Империяһының беренсе бөтә халыҡ иҫәбен алыу (1897) ваҡытында милләт тураһында һорау бирелмәгән. Шул уҡ ваҡытта туған тел һәм ниндәй дингә ышаныуҙары тураһындағы һорауға яуаптар буйынса теге йәки был милләттең һан иҫәбен билдәләп була. 1897 йылда Рәсәйҙә 1 321 363 кеше туған телен башҡорт теле тип атаған. Башҡорттарҙың 99,2% Өфө (899 910), Ырымбур (254 561), Пермь (85 395), Һамар (57 242), Вятка (13 909) губерналарында йәшәгән.

Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса башҡорттарҙың һан иҫәбе (кеше)
1926 1939 1959 1970 1979 1989 2002 2010
Советтар Союзы - 843 648 989 040 1 239 681 1 371 452 1 449 157 - -
Рәсәй (РСФСР) 712 366 824 679 953 801 1 180 913 1 290 994 1 345 273 1 673 389 1 584 554
Башҡортостан (БАССР) 625 845 671 188 737 711 892 248 935 880 863 808 1 221 302 1 172 282

Бөтә донъяла халыҡ һанын теүәл генә билдәләүе бик ауыр. Әммә ҡайһы бер сығанаҡтарҙа донъяла башҡорттар 2 миллион тирәһе кеше тигән фаразлауҙар бар. (Ҡара: урыҫвики)Әйтәйек — Википедияның инглиз бүлегендә

[үҙгәртергә] Этногенез

Башҡорттарҙың барлыҡҡа килеүе тураһында төрлө ғилми ҡараштар бар.

  1. Төрки — В.М.Флоренский, П.С.Назаров, С. И. Руденко, Р. Ғ. Кузеев, В.Вильяминов-Зернов, В.Н.Витевский, Д.Н.Соколов, һәм башҡалар;
  2. Финн-уғыр — Страленберг Филипп-Иоганн, В.Н. Татищев, Н.М. Карамзин, С.А.Токарев, Д.А.Хвольсон, И. Н. Березин, К. Уйфальфи, М.И. Өмөтбаев, В. Ф. Филоненко, Н.П. Шастина һәм башҡалар;
  3. Башҡорттарҙың һинд-иран сығышы тураһында гипотезаС.А.Ғәлләмов, С.И.Руденко, К.Ф.Смирнов, һәм башҡалар[1][2][3][4][5];
  4. Ҡатнаш — А. Шлецер, А. Кастрен, Н. Аристов, А. Дмитриев, С.А. Токарев һәм башҡалар.

[үҙгәртергә] Башҡорт этнонимы

Әлеңге ваҡытта башҡо́рт этнонимының 40 төрлө барлыҡҡа килеу варианты бар.

  • XVIII быуат караусылары Татищев В.Н., Рычков П.И., Готлиб И.Г. буйынса башҡорт һүҙе «баш ҡорт», йәғни «баш бүре»[6][7][8]
  • 1847 йылда тарихсы һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе Юматов В.С. буйынса башҡорт — «баш ҡорт». Бында «ҡорт» һүҙе бал ҡорто мәғәнәһендәге ҡорт (урыҫ. пчела).[9]
  • Рәсәй тарихсыһы һәм этнограф Алекторов А.Е. 1885 йылда башҡорт — «айырым бер халыҡ».[10]
  • Танылған төрки этнонимдар тикшереүсе Баскаков Н.А. буйынса башҡорт һүҙе 2 киҫәктән ойоша: «badz(а)»—«үҙ», «(о)гур»—«ҡәбилә», һәм мәғәнәһе лә «ҡәбилә эсендәге үҙ кеше»[11]
  • Этнограф-ғалим Бикбулатова Н.В., этнонимдың башланғысы Гардизиның (XI б.) тарихи яҙылылуҙарға күрә әлеңге Урал (тарихи - Яик) йылға бассейнында үҙе менән 2000 ир алып йөрөүсе легендар хазар хәрби түрә Башгирд исеменән сыға.[12]

[үҙгәртергә] Башҡорттарҙың генетикаһы

Башҡорт субпопуляция араһында иң күбеһе Y-хромосомының мутациялар - R-M269, R-M73, SRY10831.2 һәм N-tat.[13] Шул мутациялар Көнбайыш Европала һәм Көньяҡ Уралда күп шәп таралған R1b гаплогруппаһына (R-M269 и R-M73), Көнсығыш Европала һәм Урта Азияла таралған R1a гаплогруппаһына (SRY10831.2) һәм N гаплогруппаһына (N-tat) инәләр.

[үҙгәртергә] Башҡорт ырыуҙары

Ҡарағыҙ: Башҡорт ырыуҙары
Башҡорт халҡы бер нисә ырыуға бүленә.

[үҙгәртергә] Әҙәбиәт

  • Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р.З.Шәкүров — Өфө: "Башҡорт энциклопедияһы" дәүләт ғилми нәшриәте, 1997.
  • Башкирская энциклопедия. в 7 т./ Гл. редактор М.А. Ильгамов Б33 Т.1:А—Б. Уфа: Башкирская Энциклопедия, 2005.
  • Янгузин Р.З. Происхождение башкирского народа. Учебное пособие. Уфа, 2003.

[үҙгәртергә] Иҫкәрмәләр

  1. Руденко С.И. Башкиры. М.-Л., Наука, 1955, с.351.
  2. Мажитов Н.А., Султанова А.Н. История Башкортостана. Уфа, Китап, 2010, С.108 (Смирнов К.Ф. о дахо-массагетских корнях башкир).
  3. Р. М. Юсупов. Краниология башкир. Л., Наука, 1989; Юсупов Р.М. Некоторые проблемы палеоантропологии Южного Урала и этнической истории башкир//XIII Уральское археологическое совещание. Тезисы докладов, часть II, Башkортостан, Уфа, ВЭГУ, 23-25.04.1996, С. 120-123.
  4. Зинуров Р.Н. Башкирские восстания и индейские войны - феномен в мировой истории. Уфа, Гилем, 2001, С.11 (прабашкиры - потомки отделившихся скифов).
  5. Галлямов С. А. Башкорды от Гильгамеша до Заратустры. Уфа, РИО РУНМЦ Госкомнауки РБ, 1999 (О башкордах из родов Тангаур и Гайна).
  6. «История Российская». Т. 1. М.-Л., 1962. С. 252
  7. «История Оренбургская». СПб., 1759. С. 10
  8. «Описание всех обитающих в Российском государстве народов и их житейских обрядов, обыкновений, одежд, жилищ, вероисповеданий и прочих достопамятностей». СПб., 1799. С.85
  9. «Оренбургские губернские ведомости». «О названии башкирцев» (№ 24). С.297
  10. «Оренбургский листок» (№ 46)
  11. Модели тюркских этнонимов и их типологическая классификация. // Ономастика Востока. М., 1980. С. 199-207; О происхождении этнонима башкир. // Этническая ономастика. М., 1984
  12. Бикбулатов Н. В. Этноним «башҡорт» / Башкирская этнонимия
  13. Лобов А. С. Структура генофонда субпопуляций башкир. Диссертация кандидата биологических наук. — Уфа, 2009.- 131 с.

[үҙгәртергә] Һылтанмалар

Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә