Башҡорт атлы дивизияһы
Википедия – ирекле энциклопедия
Башҡорт атлы дивизияһы — 1942 йылдың яҙында И. В. Сталин бойороғо буйынса ойошторолған дивизия. Дивизия командиры итеп 42 йәшлек тәжрибәле кадровый офицер, полковник Миңлеғәле Шайморатов билдәләнә. Дивизия 17 апрелдә Дим станцияһынан фронтҡа оҙатыла. Ул Брянск фронтында 8-се кавалерия корпусы составында һуғышҡа инә. һуғышты Берлинда тамамлай. Дивизия яугирҙары Советтар Союзы алдында данлы хәрби традицияларына тоғро булырға ант итте. Был антты улар намыҫ менән үтәне. 1943 йылдың февралендә командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн 8-се кавалерия корпусына. шул иҫәптән 112-се Башҡорт атлы дивизияһына «гвардия» исеме бирелә. Ул 16-сы гвардия атлы дивизияһы тип йөрөтөлә башлай. Чернигов ҡалаһын азат иткән өсөн дивизияға «Черниговская» исеме бирелә. һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн 16-сы Башҡорт атлы дивизияһы Ленин ордены, Ҡыҙыл Байраҡ, Суворов һәм Кутузов ордендарына лайыҡ булды. Дивизиянан 76 кеше Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды.