Башҡорт дәүләт академия драма театры
| Театр | |
|---|---|
| М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры | |
| Урынлашҡан урыны | Өфө ҡалаһы |
| Нигеҙләнгән ваҡыты | 1919 йыл |
| Рәсми сайты | www.bashdram.ru |
| Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы -се объект |
||}}
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры — Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә урынлашҡан драма театры. Театр 1919 йылдың 4 декабрендә Башҡортостан Халыҡ Мәғарифы Комиссариаты коллегияһы ҡарары менән Башҡортостан Республикаһының элекке баш ҡалаһы Стәрлетамаҡта ойошторола. Театр эшмәкәрлеген бәләкәй күсмә театр төркөмө менән башлай. Театр башҡорт халҡының милли ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыуҙа ҙур роль уйнай, башҡорт мәҙәниәте менән бер рәттән, донъя мәҙәниәте ҡаҙаныштарын үҙләштерә.
[үҙгәртергә] Театрҙың беренсе ҙур гостролдәре
- 1922 йылда Петроградта.
- 1927 йылда Мәскәү, Ҡазан, Екатеринбург, Силәбе, Пермь ҡалаларында.
Бынан тыш, театр элекке союздаш республикаларға һәм сит илдәргә гостролдәргә сыға.
[үҙгәртергә] Театр тарихында иҫтәлекле даталар
- 1935 йылда театрға "академия театры" исеме бирелә.
- 1979 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
- 1971 йылда Мәжит Ғафури исеме бирелә.
Театр Башҡортоcтан, Рәсәй, һәм халыҡ-ара театр фестивалдәрендә ҡатнаша, лауреат һәм дипломант исемдәрен яулай.
[үҙгәртергә] Сығанаҡ
Башҡорт дәүләт академия драма театры| Башҡорт опера һәм балет театры| Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры| М. Кәрим исемендәге Башҡортостан Республикаһының милли йәштәр театры| Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры | "Нур" Өфө дәүләт татар театры| Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры | Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры | Салауат башҡорт дәүләт драма театры | А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт театры | Туймазы татар дәүләт драма театры