Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры — Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә урынлашҡан, Рәсәйҙә беренселәрҙән булып барлыҡҡа килгән милли ҡурсаҡ театрҙарының береһе. Театр 1932 йылда ойошторола.
Театрҙың репертуарын «Ҡамыр батыр» (И. Раулев), «Ҡара тауыҡ» (И. Погорельский), «Һарынуш» (И. Байбурин) һымаҡ балалар өсөн спектаклдәр тәшкил итә. Бынан тыш, театр өлкәндәр өсөн дә тамашалар ҡуя: «Аҡ пароход» (С. Айытматов), «Ҡара йөҙҙәр» (М. Ғафури), «Ташлама утты, Прометей!» (М. Кәрим) һ.б.
Ырымбур, Екатеринбург, Санкт-Петербург ҡалаларында халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша. Германия, Польша, Швеция, Швецария илдәрендә гастролдәрҙә була.
1976 йылда театр яңы бинаға күсә. 1988 йылда «Һинд легендаһы» спектакле өсөн театр Джавахарлал Неру исемендәге халыҡ-ара премияға лайыҡ була.
[үҙгәртергә] Һылтанмалар
- Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының сайты
- Башҡортостан 450 сайтында театр тураһында
- Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы сайтында театр тураһында
Башҡорт дәүләт академия драма театры| Башҡорт опера һәм балет театры| Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры| М. Кәрим исемендәге Башҡортостан Республикаһының милли йәштәр театры| Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры | "Нур" Өфө дәүләт татар театры| Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры | Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры | Салауат башҡорт дәүләт драма театры | А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт театры | Туймазы татар дәүләт драма театры