Баян ҡош
| Баян ҡош | ||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||
| Nucifraga caryocatactes (Linnaeus, 1758) | ||||||||||||||
| Ареал | ||||||||||||||
|
| Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 146637 |
Баян ҡош, сыбар һайыҫҡан, шыршы һыйыҫҡаны. (урыҫ. Кедровка, лат. Nucifraga caryocatactes) — турғайҙар төркөмөнә ҡараған ҡош. Рәсәйҙең ылыҫлы урмандарында йәшәй.
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Ҡылыҡһырлама
Күгәрсендән бәләкәйерәк. Парлашып та, күмәкләшеп тә йөрөйҙәр. Яҙғыһын, бала сығарған осорҙа, йәшертен һәм шым була, башҡа ваҡыттарҙа ҡысҡырып, күҙгә ташланып йөрөй. Түбәһе, елкәһе, ҡанаттары һәм ҡойроғо ҡара, ҡойроғоноң осо аҡ. Кәүҙәһенең ҡалған өлөшө аҡ төртөктәр менән сыбарланған ҡуңыр-көрән. Башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел.
[үҙгәртергә] Тауышы
Тауышы тупаҫ: «рәәәж-рәәәж» йәки «кррәй-крәәй».
[үҙгәртергә] Йәшәү рәүеше
Ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Башлыса шыршы һәм ҡарағай ор¬лоҡтары менән туҡлана, йылы яҡҡа китмәй, бер урын¬дан икенсе урынға күсеп йөрөй, һирәк осрай. Ҡайһы бер йылдарҙа бөтөнләй күренмәй. Ағастарҙа оялай. Ҡара һипкелле 4—5 йәшкелт һоро йомортҡаһы була. Б1лыҫлы ағастарҙың орлоғон таратып, файҙа килтерә.
[үҙгәртергә] Ҡыҙыҡлы факттар
- Баян ҡош тел аҫтында моҡсайы бар. Ул унда 100 кедр сәтләүеген һыйҙыра һәм бол (запас) тота.
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
- Альфред Брем Кедровка // Жизнь Животных — М.: Эксмо, 2009. — С. 320. — 960 с. — 51 000 экз. — ISBN 978-5-699-39094-6.