Баҡра

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Баҡра
Ябай баҡра
Ябай баҡра — Баҡралар ырыуының типик төрө.
Сәскә атыусы үҫемлетең дөйөм күренеше
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Agrostemma L. (1753)

Синонимдар
Githago Adans. (1763)
Бүлендек таксондар
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   20229
NCBI   39847
EOL   61056
GRIN   g:315
IPNI   6165

Баҡра — (Agrostemma), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Ботаник яҙма[үҙгәртергә]

Бер йыллыҡ йомшаҡ төклө үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 30—80 см. Япраҡтары ҡапма‑ҡаршы, ҡыяҡ йәки ҡыяҡ‑ланцет. Сәскәһе ҡуйы ал, һабаҡ осонда, яңғыҙ һәм эре. Тоташып үҫкән каса япрағы 10 ҙур һеңерсәле һәм 5 ҡыяҡлы. Июнь—сентябрҙә сәскә ата. Емеше — бер оялы оҙонса көршәк формаһындағы ҡумта, июль—октябрҙә өлгөрә.

Таралышы[үҙгәртергә]

Баҡра һирәкләп республиканың төньяҡ райондарында осрай. Яҙғы культураларҙың, һирәгерәк ужым культураларының ҡый үләне. 3 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда сәсеү баҡраһы үҫә.

Файҙаланыу[үҙгәртергә]

Ағыулы үҫемлек. Декоратив үҫемлек. Составында кумариндар, сапониндар, стероидтар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

Логотип Викитеки
В Викитеке есть тексты по теме
Agrostemma
  • Лазьков Г. А. Семейство гвоздичные (Caryophylleae) во флоре Кыргызстана — М.: Т-во науч. изд. КМК, 2006. — ISBN 5-87317-319-2.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]