Баҡса ҡомағы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Баҡса ҡомағы
Eliomys quercinus01.jpg
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Бүлексә: Хордалылар
Класс: Имеҙеүселәр
Отряд: Кимереүселәр
Ғаилә: Баҡса ҡомаҡтары һымаҡтар
Ырыу: Баҡса ҡомаҡтары
Төр: Баҡса ҡомағы
Латинса исеме
Eliomys quercinus
(Linnaeus, 1766)
Ареал
рәсем
ITIS 584970
NCBI 53277

Баҡса ҡомағы[1] (лат. Eliomys quercinus), кимереүселәр отрядының ҡомаҡтар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Кәүҙә оҙонлоғо 11—15 см. Арҡаһы ерән төҫмөрлө һорғолт көрән, муйыны, тамағы, күкрәге, ҡорһағы аҡ; күҙенән алып ҡолаҡ төбөнә тиклем ҡара һыҙат үтә. Мороно осло, ҡолаҡтары ҙур, түңәрәк. Артҡы аяҡтары алғыларынан бер аҙ оҙонораҡ. Ҡойроғо (оҙонлоғо 12 см тиклем) ҡуйы ҡыҫҡа, осонда аҡ ҡаймалы йәйенке бумала барлыҡҡа килтереүсе оҙон йөн м‑н ҡапланған. Полигам. Енси яҡтан 2 йылда өлгөрә, йылына 1 тапҡыр 5—10 бала тыуҙыра. 4 йылдан ашыу йәшәй. Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Ҡышын йоҡоға тала.

Туҡланыуы[үҙгәртергә]

Орлоҡтар, емеш‑еләк, бөжәктәр һәм уларҙың балағорттары, ваҡ умыртҡалылар, ҡош йомортҡалары м‑н туҡлана.

Таралышы[үҙгәртергә]

Башлыса Европа һәм Төньяҡ Африка урмандарында таралған. Ҡуйы ваҡ ағаслы ҡатнаш һәм киң япраҡлы урмандарҙа, урман ситендә, ҡырҡындыла, иҫке үртәндә, баҡсала осрай; ояларын ағас ҡыуышлыҡтарында ҡора, ҡайһы ваҡыт сит өңдәрҙе файҙалана. Башҡортостанда һирәкләп Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында осрай. Талпан энцефалитын тыуҙырғысты йөрөтөүсе. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән/

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

База данных Позвоночные животные России: садовая соня

Ҡалып:Zoology-stub

Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап
Status iucn3.1 NT ru.svg en:Near Threatened
Хәүефле хәлгә яҡын
IUCN 3.1 Near Threatened : / 7618