Баҫыу көйгәнәге
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
| Баҫыу көйгәнәге | ||||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||||
| Circus cyaneus (Linnaeus, 1766) | ||||||||||||||||
| Синонимдары | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
| Ареал | ||||||||||||||||
| Оялау урыны
Йыл буйы йәшәйҙәр Ҡышҡы миграция |
||||||||||||||||
|
| Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 106003407 |
Баҫыу көйгәнәге (урыҫ. полевой, или обыкновенный лунь, лат. Circus cyaneus)— ҡарсығалар ғаиләһенән ҙур булмаған йыртҡыс ҡош.
Йөкмәткеһе |
Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]
Ҙурлығы ҡарғалам. Ҡанаттары һәм ҡойроғо оҙон булғанға, байтаҡ ҙур Күренә. Төҫтәре бер төрлө түгел, һырты аҡһыл һоронан алып ҡара-көрәнгә тиклем. Ҡорһаҡтары һәм ҡойроҡ төптәре аҡ. Ҡайһы берҙәренең аҫ яғы сыбар. Ҡанаттарының остары ҡара. Башҡа көйгәнәктәр¬ҙән ҡойроҡ төбө аҡ булыуы менән айырыла.
Тауышы[үҙгәртергә]
Яңғырауыҡлы сырылдай: «сырр-сырр».
Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә]
Яланда, баҫыуҙарҙа йәшәй. Ваҡ кимереүселәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ерҙә, үлән араларында оялай. 4—5 бөртөк йәш¬келт аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы кимереүселәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә]
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9