Беглов Василий Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Василий Алексеевич Беглов
Тыуған көнө

30 май 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Көйөргәҙе районы Филипповка ауылы

Вафат көнө

9 июль 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (53 йәш)

Вафат урыны

Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы

Ил

СССР
Рәсәй флагы

Ғилми даирәһе

филология

Альма-матер

Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты

Ғилми дәрәжәһе

Филология фәндәре докторы

Беглов Василий Алексеевич (30 май 1958 йыл9 июль 2011 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2007). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2005).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Василий Алексеевич Беглов 1958 йылдың 30 майында Башҡорт АССР-ы Көйөргәҙе районы Филипповка ауылында тыуған.

1979 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай.

1981 йылда Арҡалыҡ педагогия институтында эшләй.

1982 йылдан алып Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында эшләй: 1988 йылдан башлап әҙәбиәт, 1993—2003 йылдарҙа рус һәм сит ил әҙәбиәте кафедраһы мөдире, 2000 йылдан башлап уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор.

2011 йылдың 9 июлендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында вафат була.

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беглов Василий Алексеевичтың фәнни тикшеренеүҙәре XIX—XX быуаттарҙағы рус әҙәбиәте жанрҙары, төрлө заман һәм авторҙар художестволы системаларының үҙ-ара йоғонтоһо проблемаларына арналған. 70-тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005).

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Эпопея в русской литературе. — М., 2005;
  • Вокруг характера. — Стерлитамак, 2008.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]