Белорет (ҡала)
Википедия – ирекле энциклопедия
Белорет (ҡала)—Башҡортостандың Белорет районының административ үҙәге, Ағиҙел йылғаһы буйынды, Өфөнән 245 км алыҫлыҡта урынлашҡан ҡала.
«Башҡорт АССРы быйынса материалдар» китабында (Т.4. 183-187-се бит), XVIII быуатта Иван Борисович Твердышев һәм Иван Семенович Мясников тигән ике Сембер сауҙагәре Ағизел буйында суйын ҡойоу заводы төҙөргә рөхсәт алыуҙары тураһында документ бирелгән. Улар унда йәшәгән башҡорттарҙан, ҡайза алдап, ҡайза ҡурҡытып 180 мең дисәтинә ер һатып алып. 1762 йылда Белорет суйын ҡойоу заводы һалдыра башлай.
Заводты төҙөү, унда эшләү өсөн Ҡазан губернаһының Сембер, Арзамас өйәзҙәренән, һуңынан хәҙерге Татарстандағы Арский тигән помещиктан һатып алынган крепостной крәҫтиәндәр килтерелә. Хәҙерге «Арский ташы» тигән исем тап ана шул осорҙан һаҡланып ҡалған да инде.
Завод крәҫтиәндәре Пугачев яуында ҡатнаша. 1773 йылдың октябрендә завод баш күтәргән крәҫтиәндәр ҡулында була. Ноябрь айында хөкөмәттең Е.Козловский отряды заводты хужаларына ҡайтарып бирә. Декабрь һәм ғинуар айҙарында баш күтәргән башҡорт һәм завод крәҫтиәндәре зоводты үҙ ҡулдарына ала. Апрель урталарынан 2 майға тиклем бында Емельян Пугачев була.
[үҙгәртергә] Иҡдисад
Хәҙер Белорет ҡалаһы ярайһы уҡ ҙур ғына — унда 70 000 самаһы кеше йәшәй.
- Белорет металлургия комбинаты
- Трактор пружиналары һәм рессорҙар заводы
- Тегеү фабрикаһы
- Аҙыҡ промышленносты
Белорет ҡалаһы һәм районының администрация башлығы — Николай Петрович Максимов. ни өсөн Белорет район тарихе юҡ ?

