Белорет районы

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Белорет районы
урыҫ. Белорецкий район
Coat of Arms of Beloretsk rayon (Bashkortostan).png Flag of Beloretsk rayon (Bashkortostan).png
Ил Рәсәй
Статус Муниципаль район
Төбәк Башҡортостан
Эске бүленеш 1 ҡала биләмәһе, 19 ауыл биләмәһе
Административ үҙәге Белорет ҡалаһы
Хакимиәт башлығы Карепанов Евгений Яковлевич
Халыҡ һаны 41809 кеше
Халыҡ тығыҙлығы {{{density}}}
Майҙаны 12040 км²
Сәғәт бүлкәте MSK +2
Автомобиль коды 02, 102
Location of Beloretskiy rayon (Bashkortostan).svg

Белорет районы (урыҫ. Белорецкий район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Белорет ҡалаһы. Районда 41809 кеше йәшәй. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң ҡалҡыу өлөшөн биләп ятауылы төньяғынтан Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1930 ойошторолған. Майҙаны буйынса (11501 км2). Башҡортсотанда иң ҙур район. Район территорияһына Белорет ҡалаһы составындағы Ломовка, Тирлән, Тоҡан ҡасабалары, шулай уҡ район хакимиәте ҡарамағындағы Инйәр, Үрге Әүжән ҡасабалары урынлашҡан.

Ауыл халҡының уртаса тығыҙлығы — 1 км2-ға 2 кеше. Был республикала иң бәләкәй күрһәткес. Ауыл ерендә күпселек башҡорттар һәм урыҫтар йәшәй. Районда 84 ауыл бар. Шуларҙың иң ҙурҙары (1989): Абҙаҡ (2,4 мең кеше), Сәрмән (1,9 мең) һәм Үҙән(1,7 мең кеше).

Йөкмәткеһе

[үҙгәртергә] Географияһы

Райондың көнсығыш сите буйлап Уралтау һырты һуҙыла. Был һырттан Көнбайышҡа табан, Ағиҙел йылғаһы үҙәне буйлап тау араһындағы түбәнлектәр артында, бейегерәк тау теҙмәләре: Әүәләк, Оло Ирәмәл (1582 м) тау массивы менән, Баҡты Ямантау (1640 м) массивы менән — Машаҡ, Нәре, Баштау, Юрматау, Елмәрҙәк һырттары китә. Район майҙаны 31,4% диңгеҙ кимәленән 700 м өҫтәрәк ята. Урындың ҡалҡыу булыуы сәбәпле, йыллыҡ яуым-төшөм ҡайһы бер ерендә 700 мм етә, йыллыҡ уртаса температура 0,5°С тиклем түбәнәйә, 10°С юғары температуралы осорҙағы йылылыҡ суммаһы бейек тауҙар теҙмәһе зонаһында 900°С алып битләү һәм тау араларындағы үҙәндәрҙә 1500—1800°С тиклем тирбәлә. Һыуыҡ булмаған мәл 60—70 көнгә тиклем кәмей.

Белорет районы Башкортостандың урманға иң бай төбәге. Урман бөтөн Майҙаны 82% биләп тора, үҙағас запасы — 139,6 млн. м3. Райондың иң ҡалҡыу үҙәк өлөшө күпселек көлһыу тупраҡта үҫкән ылыҫлы урмандар менән ҡапланған. Көнбайыштан уларға түбәндәрәк ятҡан киң япраҡлы урмандар, ә көнсығыштан ҡарағай, ҡайын, ҡарағас ҡатыш урмандар бүлкәте килеп терәлә.

Республика тимер рудаһының төп запасы (Комарово—Егәҙе, Инйәр, Тирлән, Белорет һ.б. һоро тимер ятҡылыҡтары төркөмө) ошо район территорияһында. Сәсмә алтын, магнезит, флюорит, хромит ятыштары табылған. Ҡомташ, кварцит, доломит, эзбизташ (Пугачев, Александровка) ятҡылыҡтары, цемент мергеле, утҡа сыҙамлы балсыҡ (Әхмәр, Безымянный), формовка ҡомо, охра, түбә ябыу һәүерташы ятыштары ла бар.Хлорид-натрий-кальций тибындағы Ассы минераль һыу сығанаҡтары барлығы билдәле. Ағиҙел, Йүрүҙән, Инйәр, Нөгөш, Еҙем йылғалары ошо район еренән ағып сыға. Йылға һыуының 1 га майҙаны иҫәбенә йыллыҡ ресурсы 3800 м3 етә.

Көньяҡ Урал ҡурсаулығы ойошторолған; Оло Ямантау, Оло Ирәмәл, Ирәмәл, Ар ташы, Ҡотҡор урманы (Ҡаһарман ауылы эргәһендә), Оло Инйәр буйындағы Ҡыҙыл яр мәмерйәһе комплексы тәбиғәт ҡомартҡыһы, Шығай ауылы эргәһендәге һәм Бишитәк тауындағы йөҙйәшәр ҡарағастар, Белорет лесничествоһындағы кедр культураһы ботаник ҡоматтҡы тип иғлан ителгән.

[үҙгәртергә] Иҡтисад

Белорет ере — элекке ҡара металлургия усаҡтарының береһе. Әүәлдән тороп ҡалған предприятиелар ныҡ ҡына яңыртылған һәм Белорет, Тирлән, Туҡан сәнәғәтенең нигеҙе булып тора. Урман хужалығының (Әүжән, Белорет, Инйәр, Тирлән лесхоздары), ағас әҙерләүҙең (Әүжән, Белорет, Инйәр, Мулдаҡай, Нура леспромхоздары), ағас эшкәртеү, минераль сеймал (Абҙаҡ үтә ҡаты ҡырсынташ ятҡылығығы, Александровка юл ҡырсынташы, Мулдаҡай эзбизташ ятыштары, шулай уҡ балсыҡ, ҡырсынташ, эре ҡом) сығарыуҙың произврдство өлкәһендәге өлөшө ҙур. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 106,4 мең га (дөйөм ер Майҙаны 9,2% — Башҡортостан буйынса иң түбән күрһәткес), шул иҫәптән 25,3 мең га — һөрөнтө ер, 55,7 мең га сабынлыҡ, 25,4 га көтөүлек. Ауыл хужалығы нигеҙҙә малсылыҡ менән шөғөлләнә. Ауыл хужалығы предприятиелары араһында Белорет металлургия комбинатына ҡараған “Белорет" совхозы һәм юл төҙөлөшө участкаһының ярҙамсы хуж. айырылып тора. Уларҙың эше һөтсөлөк һәм йәшелсәселек йүнәлеше ҡоролған.

[үҙгәртергә] Транспорт

Район територияһын Магнитогорск—Белорет—Ҡарлыман тимер юлы, асфальт түшәлгән Булгаково—Архангель—Белорет автомобиль юлы, Магнитогорск—Ишембай газ үткәргесе һәм ошо газ үткәргестең Ҡағы—Белорет тармағы киҫеп үтә. Белореттан Стәрлетамаҡҡа, Магнитогорскиға, Учалыға автомобиль юлдары бара.

Тар тимер юлдың айырым өлөштәре — Белорет—Туҡан, Белорет—Тирлән аралыҡтары әлегәсә һаҡланған.

[үҙгәртергә] Социаль-мәҙәни өлкә

Районда 53 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 26 урта мәктәп, 35 дөйөм китапхана, 52 клуб учреждениеһы, 7 дауахана, “Ар ташы", “Ағиҙел" турбазалары бар. Асы ауылында А.Мөбәрәков музейы эшләй. Башҡортса “Урал", урыҫ телендә “Белорецкий рабочий" һәм «Металлург» гәзите сыға.

[үҙгәртергә] Һылтанмалар

  • Башҡортостан. Ҡыҫҡа энциклопедия. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте. Өфө, 2007.



Башҡортостан райондары
Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл
Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә