Белорет (ҡала)

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Белорет (ҡала)Башҡортостандың Белорет районының административ үҙәге, Ағиҙел йылғаһы буйында, Өфөнән 245 км алыҫлыҡта урынлашҡан ҡала.

Белорет

Йөкмәткеһе

[үҙгәртергә] Тарихы

«Башҡорт АССРы быйынса материалдар» китабында (Т.4. 183-187-се бит), XVIII быуатта Иван Борисович Твердышев һәм Иван Семенович Мясников тигән ике Сембер сауҙагәре Ағизел буйында суйын ҡойоу заводы төҙөргә рөхсәт алыуҙары тураһында документ бирелгән. Улар унда йәшәгән башҡорттарҙан, ҡайҙа алдап, ҡайҙа ҡурҡытып 180 мең дисәтинә ер һатып алып, 1762 йылда Белорет суйын ҡойоу заводы һалдыра башлай.

Заводты төҙөү, унда эшләү өсөн Ҡазан губернаһының Сембер, Арзамас өйәҙҙәренән, һуңынан хәҙерге Татарстандағы Арский тигән помещиктан һатып алынған крепостной крәҫтиәндәр килтерелә. Хәҙерге «Арский ташы» тигән исем тап ана шул осорҙан һаҡланып ҡалған да инде.

Завод крәҫтиәндәре Пугачев яуында ҡатнаша. 1773 йылдың октябрендә завод баш күтәргән крәҫтиәндәр ҡулында була. Ноябрь айында хөкүмәттең Е.Козловский отряды заводты хужаларына ҡайтарып бирә. Декабрь һәм ғинуар айҙарында баш күтәргән башҡорт һәм завод крәҫтиәндәре заводты үҙ ҡулдарына ала. Апрель урталарынан 2 майға тиклем бында Емельян Пугачев була.

[үҙгәртергә] Хәҙерге көндәрҙә

Хәҙер Белорет ҡалаһы ярайһы уҡ ҙур ғына — унда 70 000 самаһы кеше йәшәй. Белорет ҡалаһы һәм районының администрация башлығы — Николай Петрович Максимов.

[үҙгәртергә] Иҡтисад

Белореттың һыу ебәреү манараһы

Ҡалалағы төп иҡтисади ойошмалар:

  • Белорет металлургия комбинаты
  • Трактор пружиналары һәм рессорҙар заводы
  • Тегеү фабрикаһы
  • Аҙыҡ етештереү ойошмалары

[үҙгәртергә] Дин

[үҙгәртергә] Һылтанмалар


Coat of Arms of Bashkortostan.svg Башҡортостан ҡалалары Flag of Bashkortostan.svg
Башҡала: Өфө

Ағиҙел | Баймаҡ | Бәләбәй | Белорет | Бөрө | Благовещен | Дүртөйлө | Дәүләкән | Ишембай | Күмертау
Мәләүез | Межгорье | Нефтекама | Октябрьский | Салауат | Сибай | Стәрлетамаҡ | Туймазы | Учалы | Яңауыл

Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә