Бесбесей , беснәк, ҡарабаш турғай, майсыл, майгис(урыҫ. Московка, лат. Periparus ater) — ҙур булмаған ҡошсоҡ.
Турғайҙан бәләкәйерәк. Түбәһе ҡара, сикәләре аҡ. Арҡаһы күкһел һоро, ҡанаттары һәм ҡойроғо күкһел көрән. Кәүҙәһенең аҫ яғы һорғолт аҡ, ҡабырғалары һарғылт көрән. Тебейек-тән аҡ сикәләре һәм күкһел төҫө менән айырыла.
Тауышы яңғырауыҡлы; «си-пи-си-пи» йәки «ти-ти-түй,- ти-ти-түй».
Аралаш һәм ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Бөжәктәр, улар¬ҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана^ Йылы яҡҡа китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй. Киң генә таралған. Ағас ҡыуыштарында оялай. Ҡыҙғылт һипкелле4 6—11 бөр¬төк аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9