Беҙ суҡыш
| Беҙ суҡыш | ||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||
| Recurvirostra avosetta Linnaeus, 1758 |
||||||||||||||
| Ареал | ||||||||||||||
| Оялау
Йыл буйы Миграции |
||||||||||||||
|
| Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 144085 |
Беҙ суҡыш (урыҫ. Шилоклювка, лат. Recurvirostra avosetta)— Ҡара, Азов һәм Каспий диңгеҙҙәрендә, Урта Азия һәм Себер күлдәрендә йәшәй торған, суҡышы оҙон кәкере беҙгә оҡшаған, оҙон аяҡлы эре көйөлдө.
Йөкмәткеһе |
Ҡылыҡһырлама [үҙгәртергә]
Ала сәпсәү, оҙонаяҡ сәпсәү, кәкресуҡыш. Ҡарға ҙур-лығындағы сәпсәү. Түбәһе, муйынының аҫ яғы, ҡанаттарындағы арҡыры һыҙыҡтар ҡара,- кәүҙәһенең ҡалған өлөшө аҡ. Нәҙек һәм бик оҙон аяҡтары күкһел төҫтә. Нәҙек оҙон суҡышы өҫкә ҡарай кәкре, һыуҙа яҡшы йөҙә. Башҡа сәпсәүҙәр менән бутау мөмкин түгел.
Тауышы [үҙгәртергә]
Тауышы яңғырауыҡлы: «кли-и-кли-и» йәки «көйөк-көйөк».
Йәшәү рәүеше [үҙгәртергә]
Ялан һәм далаларҙағы ҙур һыу буйҙарында йәшәй. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Ояһын ерҙе соҡоп эшләй. Көрән-ҡара таптар менән сыбарланған 4-бөртөк һарғылт һоро йомортҡа һала.
Туҡланыуы [үҙгәртергә]
Ваҡ һыу бөжәктәре менән туҡлана.
Һылтанмалар [үҙгәртергә]
- The EBCC Atlas of European Breeding Birds — Распространение шилоклювки в Европе
- Численность по странам
Әҙәбиәт [үҙгәртергә]
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)