Бишбүләк районы

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Бишбүләк районы
урыҫ. Бижбулякский район
Coat of Arms of Bizhbulyak rayon (Bashkortostan).png Flag of Bizhbulyak rayon (Bashkortostan).png
Ил Рәсәй
Статус Муниципаль район
Төбәк Башҡортостан
Эске бүленеш 13 ауыл биләмәһе
Административ үҙәге Бишбүләк ауылы
Хакимиәт башлығы Гатауллин Наиль Габдуллович
Халыҡ һаны 27479 кеше
Халыҡ тығыҙлығы {{{density}}}
Майҙаны 2134 км²
Сәғәт бүлкәте MSK +2
Автомобиль коды 02, 102
Location of Bizhbulyakskiy rayon (Bashkortostan).svg

Бишбүләк районы (урыҫ. Бижбулякский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Бишбүләк ауылы.

Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышда урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. Үҙәге — Бишбүләк ауылы. Өфөнән — 230 км, Приют тимер юл станцияһынанан 40 км алыҫлыҡта ята.1930 ойошторолған. Майҙаны 2134 км2. 2010 йылда халҡы 27,5 мең кеше (1970 — 38,4 мең, 1979 — 32,9, 1989 — 27,8 мең, 1995 — 27,6 мең). Күпселек башҡорттар, сыуаштар, татарҙар йәшәй. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км2-ға 13 кеше. Районда 91 ауыл. Иң ҙурҙары — Бишбүләк (5,2 мең кеше, 1989), Дим ауылы (1,4 мең), Ҡыңғыр-Мәнәүез (1,3 мең), Айыт ауылы (1,2 мең).

Йөкмәткеһе

[үҙгәртергә] Географияһы

Район Бөгөлмә- Бәләбәй ҡалҡыулығының көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Ер аҫты байлыҡтарынан нефть (Шкапово, Дим, Сатай, Аҙнай ятҡылыҡтары), эзбизташ (Сулпан), ҡом ҡатыш ҡырсынташ (Сулпан), балсыҡ (Айыт) запастары асылған.

Климаты континенталь, уртаса дымлы. Яҙ һәм йәй көндәре йыш ҡоролоҡ, ҡыш ҡар бурандары була. Райондың төньяҡ-көнбайышында Ыҡ йылғаһы башлана, көньяҡнан Дим йылғаһы (Мәнәүез, Өйәҙе, Сиҙәк ҡушылдыҡтары менән) аға.

Ере һелтеле һәм карбонатлы ҡара тупраҡлы, урыны-урыны менән ҡара-һоро урман тупрағы осрай. Бишбүләк районы Урал алды дала зонаһы сиктәрендә урынлашҡан. Йүкә, саған, имән, ҡайын урмандары райондың 11% майҙанын алып торауылы

[үҙгәртергә] Иҡтисад

Бишбүләк районының иҡтисадында төп тармаҡ — ауыл хужалығы, ул иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш үҫтереүгә, мөгөҙлө эре малдар, сусҡа һәм һарыҡ үрсетеүгә махсуслашҡан. Умартасылыҡ ҙур ғына урын тота.

Нефть ятҡылыҡтарын “Аксаковнефть" НГДУ-һы үҙләштерә. Бишбүләктә һөт заводы, хужалыҡ-ара ҡатнаш аҙыҡ заводы, инкубатор-ҡошсолоҡ станцияһы, урман хужалығы, ДРСУ, РТП һ.б. предприятиелар эшләй.

[үҙгәртергә] Транспорт

Төньяҡ-көнбайыш сигендә район територияһын Һамар—Өфө—Силәбе тимер юлы киҫеп үтә. Автомобиль юлдары районды Бәләбәй, Туймазы, Өфө ҡалалары менән тоташтыра.

[үҙгәртергә] Социаль-мәҙәни өлкә

49 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 18 урта мәктәп; ПУ, 31 дөйөм китапхана, 45 клуб учреждениеһы, 3 дауахана, Дүсән ауылы К.Хәкимовтың йорт-музейы бар.

Урыҫ, татар, сыуаш телдәрендә «Светлый путь» — «Якты юл» — «Сута сул» гәзите сыға.

[үҙгәртергә] Һылтанмалар


Башҡортостан райондары
Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл
Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә