Благовещен арматура заводы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Благовещен арматура заводы
Нигеҙләү датаһы 1756
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы Асыҡ акционерҙар йәмғиәте[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Рәсми сайт bazrb.ru
omk.ru

«Благовещен арматура заводы» акционерҙар ойошмаһы, ҡыҫҡаса БАЗ — Рәсәй сәнәғәт предприятиеһы, акционерҙар йәмғиәте, иҫке береһе эшләү заводы Рәсәйҙәге иң боронғо, әлегә тиклем эшләүсе завод. Благовещен заводына баҡыр иретеү заводы булараҡ 1756 йылда нигеҙ һалына. Ҡорос үткәргес торба арматуралары етештереүсе. Башҡортостан Республикаһының Благовещен муниципаль районының Благовещен ҡалаһында урынлашҡан.

2013 йылдың февраленән «Благовещен арматура заводы» «Берләштерелгән металлургия компанияһы» составына ингән[1].

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡош осошо бейеклегенән ҡарағанда заводтың дөйөм күренеше

1949 йылда завод ҡорос үткәргес торба арматураһы етештереү менән шөғөлләнә. Газ һәм нефть эшкәртеү компаниялары уның заказсыһы булып тора. Завод продукцияһын экспортҡа сығара.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Благовещен баҡыр иретеү заводы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Завод нигеҙләүсе М. С. Мясников

Рөхсәт менән Берг-коллегия рөхсәте менән 1756 йылда Симбирск сауҙагәре Матвей Семенович Мясников иретеү заводтары төҙөлә башлай. Төньяҡҡа Өфө ҡалаһынан төньяҡҡа табан 35 саҡрым алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһы ҡушылдығы Үкәшле (Потехин) йылғаһы янында баҡыр иретеү заводын төҙөй башлай. Артабан Благовещен заводы христиан байрамы «Благовещение» хөрмәтенә «Благовещен» тип атала[2]. Завод төҙөү өсөн ер башҡорттарҙан һатып алына.

1757 йылдың 9 авгусында (башҡа сығанаҡтар буйынса 16 август[3]) заводта беренсе тапҡыр баҡыр иретмәһе сығарыла.

Төп ваҡиғалар хронологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1755 йылдың 21 декабре — Берг-Коллегия М. С. Мясниковҡа завод төҙөргә рөхсәт бирә.

1756 йылдың 21 майы — М. С. Мясников завод төҙөү өсөн ер һатып алыу тураһында документ (купчая крепость) ала һәм Рәсәйҙең башҡа губерналарынан 109 крепостной крәҫтиәнде күсереп алып килә.

1757 йылдың 9 авгусы — «Благовещен баҡыр иретеү заводтары мәғдәндән баҡыр иретеп сығарыуы ғәмәлғә инә». Завод продукцияһы Екатеринбург ҡалаһындағы аҡса эшләү йортона ебәрелә.

1757 йылда — заводтың 2 төп бинаһы төҙөлә: йыуыу һәм иретеү фабрикаһы, Потеха (Үкәшле) йылғаһында дамба төҙөлә һәм быуа һыу менән тултырыла.

1758 йылда — сүкештәр ҡоролмаһы барлыҡҡа килә.

1758-59 йыл — тимер-сүкеш ҡоролма-йыһаздары ҡуйыла.

1756-72 йыл — Матвей Семенович Мясников завод хужаһы булып китә.

1772-75 йыл — М. С. Мясников үлгәндән һуң завод биләмәһе уның улы Мясников Иван Матвеевичҡа күсә.

1775 йылда — И. М. Мясников бөлгөнлөккә төшә, аукционда заводты генерал-аудит Петр Кириллович Хлебников һатып ала.

1777 йылдан — завод биләмәһе П. К. Хлебниковтың ҡатыны Ирина Яковлевнаға күсә.

1783 йылда — завод хужаһы И. Я. Благовещен сиркәүен төҙөтә.

Благовещен заводы янында төҙөлгән сиркәү (1783 йыл), 1932 йылда емерелә.

1797 йылда- заводты Хлебниковтарҙың улы — гвардия прапорщигы Николай Петрович гвардия Хлебников мираҫҡа ала. Ул хужалыҡ иткән саҡтарҙа крепостной крәҫтиәндәр йәшәгән Николаев биҫтәһе (хәҙерге Николаевка) барлыҡҡа килә.

1806 йылда — П. К. һәм И. Я. Хлебниковтарҙың ҡыҙы — статский кәңәшсеһе Анна Петровна Полторацкая заводтың хужаһына әйләнә.

1813 йылда — Благовещен халҡы беренсе тапҡыр заводтағы тәртипкә ҡаршы сығыш яһай.

1835 йылда заводты ирле-ҡатынлы Елизавета Васильевна һәм Дмитрий Васильевич Дашковтар һатып ала.

Завод хужалары Дашковтарҙың йәшәгән йорто

1839 йылда завод биләмәһе Е. В. Дашковаға һәм уның улдары Андрей, Дмитрийға күсә.

Дашков Андрей Дмитриевич
Дашков Дмитрий Дмитриевич

1856 йылда Дашковтар заводтың 100 йыллыҡ юбилейын тантаналы билдәләй. Был иҫтәлекле ваҡиға Дашковтар иҫтәлекле миҙал сығара. Уның бер яғына, «1756 йылда Благовещен баҡыр иретеү заводына Матвей Мясников нигеҙ һалған» тип яҙылған.

1856 йылда заводтың хөрмәтенә 100 йыллыҡ хөрмәтенә ағалы-энеле Дашковтарҙың әсәһе иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн Елизавета Васильевнаның инициалының баш хәрефе «Е» хәрефе формаһында яңы бина төҙөлә башлай. Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарары № 390 менән 1976 йылдың 19 июнендә был бина («заводтың төп корпусы») ХIХ быуат архитектура һәйкәле исемлегенә индерелә һәм закон менән һаҡлана.

1860 йыл — Дашковтар заводты тиер эшләү заводына әйләндерә, унда металл эшкәртеү, суйын ҡойоу һәм механик оҫтаханалар ойошторола.

1860-62 йылда 2 баҡыр иретеү мейесе базаһында суйын иретеү мейесе ҡуйыла һәм Англиянан ярты тонналы Мориссон пар сүкеше һатып алына.

1861-63 йыл — завод эшселәре крепостной крәҫтиән булыуҙан азат ителә. Уларҙың күбеһе ата-бабаларының тыуған иленә ҡайтып китә.

1863 йылда завод 5000 боттан артыҡ суйын иретеп ала. Ауыл хужалығы өсөн төрлө йыһаздар һәм ауыл хужалығы ҡоралдары: һабан, веялка, молотилка, башҡа ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге изделиелар, янғын һүндереү арбаһы-эшләп сығарыла.

1867 йыл — Дашковтар баҡыр иретеүҙе туҡтата, суйын етештереү һәм механик оҫтаханаларҙы ғына ҡалдыра.

1868 йыл — «Благовещен заводы эргәһендә ярҙамсылыҡ һәм һаҡлыҡ кассаһы» — заманса һаҡлыҡ кассаһының тәүге өлгөһө — ойошторола.

1876 йыл — Д. Д. Дашков менән уның ағаһы, Андрей Дмитриевич инициативаһы менән Благовещен уҡытыусылар семинарияһы (Кирилл-Мефодий сиркәүе менән бергә) асыла, уның эргәһендә башланғыс мәктәп ойошторола.

1879 йылда — масштабы элеккегә ҡарағанда бәләкәй күләмдә баҡыр иретеү тергеҙелә.

1880 йыл — Д. Д. Дашков заводы табибы С. Я. Елпатьевский менән берлектә завод эшселәрен һәм ҡасаба халҡын дауалау өсөн амбулатория аса. Ошоноң менән Благовещендә һәм волоста системалы һаулыҡ һаҡлау нигеҙе һалына.

1897 йылда — 920 һуңғы бот баҡыр ҡойола һәм уны етештереү Дашковтар тарафынан тулыһынса туҡтатыла.

1903 йыл — А. Д. Дашков аҡсаһына Аудитория, йәғни Халыҡ йорто төҙөлә.

1904 йыл — А. Д. Дашков ярҙамы менән земство дауаханаһы төҙөлә.

1904 йыл — А. Д. Дашков үлгәндән һуң завод уларҙың туғаны, апаһы Аннаның ҡыҙы, кенәз Екатерина Адамовна Радзивилл ҡулына күсә. Радзивилл завод ҡорамалын һата, ә бинаһын Өфө земствоһына ҡуртымға бирә. Был ойшма завод бинаһында «Уфимка» веялкалары етештерә.

«Уфимка» веялкаһы

Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында (1914—1917 йылдарҙа) завод армия өсөн ҡорамалдар: артиллерия санаһы, фургон, арба — етештерә.

Йылдың сентябренән 1917 йылдың сентябрендә Благовещен заводында хәрби дружина эшләй башлай.

1918 йылда Благовещен заводы национализациялана. Дәүләт завод хужаһы була.

1919 йыл — сәнәғәт тормошо заводты тергеҙеүҙән башаланып китә. Башсовнархоз Благовещен заводы менән идара итеүгә тәүге совет идарасыһы — Александр Ефимова Терентьевичты ебәрә. Ул совет заводының беренсе директоры булып йөрөй.

1923 йыл — завод мәктәбе янында фабрика-завод мәктәбе (ФЗУ) биналары төҙөлә, уның базаһында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 13-сө һөнәрселек училищеһы ойошторола.

1924 йыл — заводта янғын сыға, ул барлыҡ технологиялар етештереү урынлашҡан төп корпустың яртыһын юҡҡа сығара. Заводты ябыу ҡурҡынысы тыуғас, эшселәр уны үҙ көстәре менән тергеҙә.

1924 йыл — заводҡа ТОЗ (ерҙе эшкәртеү ширҡәттәре), колхоз, совхоздар өсөн баҫыу ҡорамалдары: трактор тағылмалары һәм ялан вагонсыҡтары — етештереү ҡушыла.

1926 йылда Благовещен заводына П. В. Точисский (В. И. Лениндың фекерҙәше, Башҡортостанда Совет власын урынлаштырыу өсөн барған көрәштә ғүмерен фиҙа ҡылған әүҙем большевик) исемендәге ауыл хужалығы машиналары төҙөү заводы исеме бирелә.

1925-26 йылдар — әҙер продукция келәте төҙөлә, яңы завод биналары аҫтында проходная һәм янғын һүндереү депоһы (был урында әлеге ваҡытта мосолман мәсете урынлашҡан) барлыҡҡа килә. Төп корпустың тышҡы яғындағы уң ҡанатында 420 ат көслө (л.с.) ҡеүәтле локомобиль өсөн төкәтмә эшләнә.

Был 1927-28 йылдарҙа — таҡта киптереү ҡоролмаһын төҙөү, бөгөнгө көндә уның базаһында ремонт-механика участкаһы урынлашҡан.

1928 йылда тәүге биш йыллыҡың Благовещен заводына ҡошсолоҡ продукция үҙләштереү өсөн — инкубатор һәм уның ҡорамалдарын төҙөү йөкмәтелә.

1928-29 — ағас эшкәртеү заводы төҙөлә, бөгөн уның бинаһында ремонт-төҙөлөш участкаһы тора.

1929 йылда завод РККА өсөн мунса-кер йыуыу ҡорамалдары етештерә башлай.

1929-30 йылда локомобилдәр өсөн бина төҙөлә, ағас эшкәртеү заводы янында көс станцияһы күтәртелә (хәҙерге энергоцех бинаһы).

1932 йылда Благовещен ауыл хужалығы машиналары заводы П. В. Точисский исемендәге мунса-кер йыуыу ҡорамалары заводы итеп үҙгәртелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]