Бойҙагөл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бойҙайгөл
Бойҙагөл
Бойҙайгөл — мунсаҡгөлдәр ырыуыныңтипик төрө
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Бер өлөшлөләр
Тәртип: Себен ҡыуағы һымаҡ сәскәлеләр
Ғаилә: күбәләк сәскәһе һымаҡтар
Суб-ғаилә: Ixioideae
Триба: Ixieae
Ырыу: Гладиолус
Латинса исеме
Gladiolus L.
Төрҙәре һәм сорттары
ITIS 43293
NCBI 49747

Бойҙагөл (лат. Gladiolus) — күбәләк сәскәһе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, Евразияның көнбайыш райондарында һәм Африкала таралған. Башҡортостанда нәҙек бойҙайгөл үҫә. Ваҡ бүлбе-һуғанбашлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы нәҙек, төҙ, ябай, ҡайһы ваҡыт тармаҡлы, 40—70 см бейеклектә. Япрағы йәшел йәки зәңгәрһыу йәшел; аҫҡыһы — тәңкә һымаҡ; урталағыһы — ҡылыс формаһында; өҫкөһө — ҡыҫҡа. Сәскәһе эре, тажы күкһел төҫмөрлө алһыу шәмәхә төҫөндә, оста урынлашҡан оҙон, бер яҡлы, һирәк суҡтарға йыйылған. Май—июндә сәскә ата. Емеше — тупаҡ өс ҡырлы, кире йомортҡа формаһындағы ҡумта, июль—август айҙарында өлгөрә. Һаҙлы һәм дымлы болонда, сиҙәмдә үҫә. Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көньяҡ өлөшөндә осрай. Ҡырағай төрҙәре нигеҙендә бойҙагөлдөң декоратив үҫемлек булараҡ үҫтерелеүсе күп сорттары сығарылған. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән

Шпажник черепитчатый. Якоб Штурм, «Deutschlands Flora in Abbildungen», 1796 китабынан ботаник иллюстрация
Розовый гладиолус
'Дыхание осени'
'Шоколадница' 592-С-81 Евдокимов

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Зоргевиц А.К. Гладиолусы. — Рига: Латвийское гос. изд-во, 1961. — 92 с.
  • Лисянский Б. Г., Ладыгина Г. Г. Гладиолусы : Определитель. — М.: АСТ, Астрель, 2002.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]