Боронғо Израиль һәм Йәһүдиә тарихы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Боронғо Израиль һәм Йәһүдиә тарихы
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт Северное Израильское царство[d]
Иудейское царство[d]
Урын Земля Израильская[d]
Эра Древний мир[d]
 Боронғо Израиль һәм Йәһүдиә тарихы Викимилектә
1759 йылдағы Эрец-Исраэль картаһы, .Израилдең ун ике быуынын күрһәтә

Израиль ере (йәһ. אֶרֶץ יִשְׂרָאֵל‎, Эрец-Исраэль) йәһүд халҡы өсөн Библия ата-бабалары Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп дәүеренән үк изге. Ғалимдар, был осор беҙҙең эраға тиклем 2-се мең йыллыҡ башында башланған, тип иҫәпләй. Библияға ярашлы, Израиль ере, Нәҙер ере булһын өсөн, Аллаһ тарафынан йәһүдтаргә мираҫ итеп ҡалдырыла — йәһүд халҡының бөтә изге урындары ла ошонда.

Ханаанды яулау ( беҙҙең эраға тиклем яҡынса XIII быуат| 14 йыл)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фирғәүен Менептахтың улы Рамсес II (беҙҙең эраға тиклем яҡынса 1210 йылдар тирәһе) хакимлыҡ иткән мәлдә Фивала уның хәрби походтары, шул иҫәптән (Тутмос III заманынан Мысырҙыҡы булған) Ханаандағы ихтилалды баҫтырыуҙы һүрәтләнгән стела ҡуйыла.

Тәүге боронғо йәһүд ҡәбиләләре (быуындары) беҙҙең эраға тиклем 1200 йылдар тирәһендә Урта диңгеҙҙең көнсығыш биләмәләрендә барлыҡҡа килә, тип фаразлана[1]. Бында иң боронғо йәһүдтәрҙең 250 тораҡ пункты табыла (әйткәндәй, улар, Ғайса Навиндың китабында раҫланғанса, емерелгән Ханаан ҡаласығы харабаларында түгел, ә элек кеше төпләнеп йәшәмәгән ҡалҡыулыҡтарҙа)[2] .

Библияға ярашлы, Ғайса Навин ҡаты һуғыш башлай һәм, Ханаан кенәздәренең тарҡаулығынан файҙаланып, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә уларҙы бер-бер артлы еңә, өҫтәүенә бөтә халыҡты, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙарҙы, ҡарт-ҡороларҙы һәм бала-сағаларҙы ла ҡырып һала. Үҙенең бындай аҙымын үҙ дине һәм һайлап алынған халыҡтың әхләгенә Ханаан халыҡтарының дини әхләге хәүеф менән янауы тип аҡларға тырыша. Яулап алыу һуғышы яҡынса ете йыл дауам итә, һәм яуланған ер ун ике ҡәбилә араһында бүленә. Халыҡ та Яҡуптың улдары башлыҡ булған ун ике ҡәбиләгә бүленә. Шул ҡәбиләләрҙең береһе — Левиҙәр — руханиҙар булыу өсөн айырып күрһәтелә.

Судьялар дәүере (—беҙҙең эраға тиклем XII — XI быуаттар| ~ З00 йыл)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғайса Навин вафатынан һуң халыҡ билдәле сәйәси юлбашсыһыҙ ҡала һәм, ғәмәлдә, ун ике үҙаллы республикаға тарҡала, уларҙы тик дин һәм закондар берлеге һәм ҡан-ҡәрҙәш булыуҙарын таныу ғына берләштерә. Бындай бүленеш, әлбиттә, халыҡты сәйәси йәһәттән көсһөҙләндерә, һәм улар Ханаандың ҡырылыуҙан ҡотолоп ҡалған элекке халҡының йоғонтоһона эләгә һәм боттарға табыныу менән мауыға (Ваала һәм Астарт культы). Йәһүдтәрҙән элекке еңеүҙәре өсөн үс алыуҙар башлана.

Халыҡты был бәлә-ҡазанан аҡһаҡалдар һәм юлбашсылар ғына ҡотҡара. Халыҡ араһында улар судьялар тип атала: бигерәк тә күрәҙәсе Девора, Гедеон һәм филистимляндарҙың башлығы Самсон киң танылыу ала. Шуға ҡарамаҫтан, 350 йылға яҡын дауам иткән судьялар дәүере яңылышыуҙар, законды боҙоуҙарға бай була, халыҡтың күбеһе боттарға табыныуҙы хуп күрә. Һайлап алынған халыҡ үҙенең динен онота, уның урынына берәҙәк левиттар таратҡан хөрәфәттәргә ышана башлай.

Бындай хәлдә йәһүд халҡына һәләкәт янай, әммә һуңғы һәм киң билдәлелек менән файҙаланған судья Самуил йәһүдтәрҙе был мәхшәрҙән ҡотҡара. Үҙенең үткер аҡылы менән ул үҙ халҡының бәлә-ҡазаһының ҡайҙан килеп сығыуын асыҡлай һәм халҡы араһында радикал дини-ижтимағи үҙгәртеп ҡороу үткәрергә баҙнат итә. Ул, рухи һәм граждандар власын үҙ ҡулына алып, халыҡты яңы үрҙәргә алып сығыу өсөн дин нигеҙҙәрен һәм закондарҙы белгән аҡыллы кешеләрҙе әҙерләүсе мәғариф учреждениеларын аса. Һөҙөмтәлә был мәктәптәрҙән халыҡ мәнфәғәтенә фиҙәкәр хеҙмәт иткән, ысын динде алға һөргән кешеләр сыға. Уларҙың эшмәкәрлеге нығына бара, бер ни тиклем ваҡыт үткәс, тап шул белемле кешеләр дин, хәҡиҡәт һәм ғәҙеллек өсөн көрәшеүселәргә әйләнә.


Самуил оло йәшкә еткәнсе аҡыллы хаким булып ҡала. Әммә уның булдыҡһыҙ улдарының бер туҡтауһыҙ закон боҙоуҙары халыҡты ҡайтанан элекке мәхшәргә ҡайтарыу менән менән янай. Шуға күрә халыҡ Самуилдан, анархия дәүерен бөтөрөп, улар өҫтөнән батша ҡуйыуын үтенә.

Боронғо тарих (беҙҙең эраға тиклем XI—IV бб.)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Берләшкән батшалыҡ» осоро (беҙҙең эраға тиклем XI—X быуаттар| 80 йыл)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беҙҙең эраға тиклем яҡынса X быуатттар тирәһендә Ханаан территорияһында берләшкән йәһүд батшалығы булдырыла.

Саул хакимлығы (беҙҙең эраға тиклем 1029-1005 йылдар тирәһе)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Самуил, халыҡ теләген иҫәпкә алып, башҡаларҙан яугирлеге менән айырылып торған Вениамин быуынынан сыҡҡан Саулды (Шаул) батша итеп ҡуя.

Һайлап алынған яңы батша, тиҙҙән үҙенең яугирлек һәләтен күрһәтеп, уларҙы уратып алған дошман халыҡтарҙы, айырыуса Самсон дәүеренән алып Израилде иҙгән яуыз филистимляндарҙы ҡыра. Әммә уның да уңыштарҙан башы әйләнә, һәм тәккәбер хакимға әйләнә, хатта оло йәштәге пәйғәмбәр Самуилдең һүҙҙәрен дә, Моисей закондарын да һанға һуҡмай башлай. Шулай итеп, донъяуи һәм рухи властар бер-береһенә ҡаршы көрәш башлай, Саулдың үҙ юлынан тайпылмаясағын аңлағанға күрә уның вариҫтарын батшалыҡҡа үткәрмәү өсөн барыһы ла эшләнә, һәм Саулдан һуң батша итеп сығышы менән Вифлеем ҡалаһынан булған Йәһүдә быуыны вариҫы йәш Дауыт ҡуйыла.

Дауыттың хакимлығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2-1 мең йыллыҡтар сигендә Дауыттың Израиль батшалығы барлыҡҡа килә. Көтөүсе булған сағында уҡ батшалыҡ башында торасағы күрәҙәләнгән Дауыт Израилдең иң данлыҡлы батшаһы һәм сәйәси йәһәттән халыҡ бөткәнгә тиклем иудей халҡынының ырыу башлығы була.


Батша булыуының тәүге ете йылын Дауыт Хевронда үткәрә, ә, Саулдың улы Ионафан (Йонатан) үлтерелгәндән һуң, бөтә ырыуҙар ҙа Дауытты үҙҙәренең батшаһы тип таный.

Дауыт илдә батша власын раҫлау өсөн илдең баш ҡалаһын булдырыу кәрәклегенә инана. Баш ҡала ниндәйҙер бер кландың ғына түгел, ә бөтә халыҡ милке булырға тейеш, тип иҫәпләй ул. Был маҡсат өсөн Иуда һәм Вениамин кландары араһында ятҡан көслө ҡәлғә һайлана. Ҡурҡыу белмәҫ Иевусей ҡәбиләһенә ҡараған бындағы халыҡ, израиллеләрҙең тырышлығына ҡарамаҫтан, үҙ бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалыуға өлгәшкән була. Ул ҡәлғә — Иерусалим. Йәһүдтәр Ханаанға барып ингәнгә тиклем үк Иерусалим илдең башҡа ҡалалары араһында мөһим урынды биләй, ниндәйҙер дәрәжәлә башҡаларҙы артынан эйәртеүсе лә була. Тап ошо ҡәлғә яңы батшаның ҡеүәтенән еңелә, Дауыт унда үҙенең баш ҡалаһына нигеҙ һала. Бар йәһәттән дә уңайлы урынды биләгән яңы баш ҡалаға йәһүдтәр тартыла башлай, тиҙҙән ул сәскә атҡан төбәккә әйләнә. Шулай итеп, Иерусалим Израиль халҡы тарихында ғына түгел, ә бөтә кешелек тарихында иң данлыҡлы ҡалаларҙың береһенә әүерелә.

Дауыт батшалыҡ иткән осорҙа бөтә батшалыҡ күкрәп үҫеү осорон кисерә. Гениаль батшаның ташып торған энергияһы арҡаһында идара итеүҙәге элекке етешһеҙлектәр төҙәтелә, артабан Израилдең яуыз дошмандарына ҡаршы алып барылған һуғыштарҙа еңеү яулана. Дошмандарының ерҙәре Израиль ҡулында ҡала. Ошо еңеүҙәр арҡаһында Израиль батшалығы ҡеүәтле монархияға әүерелә. Финикияндар менән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре урынлаштырыла, сөнки юғары мәҙәниле халыө менән дуҫ булыу матди мәҙәниәтте үҫтереү эшендәбик файҙалы була. Тап ошо дәүерҙә боронғо йәһүд дини шиғриәте йәһәт үҫешә башлай һәм Дауыттың һәм уға рухташ булған йырсыларҙың Псаломдарында сағылыш таба. Дауыттың күп ҡатынлылыҡты индереүе аҙаҡ күп кенә проблемалар тыуҙыра, болалар башлана. Артабан тәхеткә Дауыттың яратҡан ҡатынының улы йәш Сөләймән ултыра (беҙҙең эраға тиклем 1020-се йылдар тирәһе).

Сөләймән батшалыҡ иткән дәүер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сөләймәнгә (Шломо) атаһынан мираҫҡа ғәйәт ҙур дәүләт тороп ҡала, «Мысыр йылғаһынан алып бөйөк Евфрат йылғаһына тиклем» һуҙыла уның батшалығы. Ошондай ҙур дәүләткә идара итеү өсөн киң эрудиция һәм ваҡыт һынауы үткән аҡыл да талап ителә. Әлбиттә, йәш Сөләмәндә был сифаттарҙың бөтәһе лә була, шуға ла ул аҙағыраҡ «иң аҡыллы батша» булып дан ҡаҙана. Донъяларҙың тыныс булыуынан файҙаланып, Сөләймән дәүләттең Мәҙәни үҫешенә ҙур иғтибар бүлә һәм был тәңгәлдә ғәйәт ҙур уңыштарға өлгәшә. Ил байый, һәм халыҡтың йәшәү кимәле бермә-бер яҡшыра бара. Сөләймәндең һарайы матурлығы яғынан донъялағы алдынғы илдәр батшалары һарайынан һис кенә лә ҡалышмай. Сөләймәндең йәһүд халҡы өсөн эшләгән иң бөйөк эштәренең береһе — Иерусалимда Беренсе йәһүд Ғибәҙәтханаһын төҙөү (беҙҙең эраға тиклем 950—586 йылдар). Был ғибәҙәтхана Израилдең милли ғорурлығына әйләнә: дини сараларҙың ғына түгел, ә сәйәси саралар үҙәгенә лә әйләнә ул.

Ул батшалыҡ иткән дәүерҙә шиғриәт бик ныҡ үҫешә, был йәһәттән дан ҡаҙанған «Торна йыры»н (Ширк һа-ширим) ғына атап үтеү ҙә етә. Сөләймән дәүерендә йәһүд милләте үҙ үҫешенең иң юғары нөктәһенә өлгәшә. Шунан инде артҡа табан тәгәрәү башлана.

Беренсе Ғибәҙәтхана осоро (беҙҙең эраға тиклем X—VII быуаттар| ~ З50 йыл)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беҙҙең эраға тиклем X быуатта Сөләймән батша Иерусалимдә Ғибәҙәтхана (Бейт а-микдаш, «Дом Святости») төҙөй. Бик күп быуаттар буйына Танах (йәһүдтарҙең Изге яҙмалары) яҙыла.

Мысыр, Ассирия, һуңыраҡ Яңы Вавилон батшалығы кеүек боронғо державалар араһында был төбәктә төп ил булыу өсөн барған туҡтауһыҙ һуғыштарға, шулай уҡ йәһүдтәр иле бер-береһенә дошманлашып йәшәгән ике йәһүд дәүләтенә бүленеүенә ҡарамаҫтан, йәһүд халҡы, уның сәйәси һәм дини лидерҙары йәһүдтәрҙең ошо ер һәм Иерусалим менән бәйләнешен нығытыуға өлгөшә. Хатта йәһүд дәүләтен һәм Иерусалим ҡорамын бөтөрөү, йәһүдтәрҙе Месопотамияға ҡыуып сығарыу ҙа уларҙың милли тарихын юҡҡа сығара алмай.

Бүленгән батшалыҡтар осоро (беҙҙең эраға тиклем 978-722 йй.)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яғын Көнсығыштың көньяғының картаһы, беҙҙең эраға тиклем 830 йылдар тирәһе..      Царство Моав      Иудейское царство      Израильское царство      Филистимляне города-государства      Финикийские государства      Царство Аммон      Царство Идумея (Эдом)      Царство Арамейский Дамаск      Ассирия      арабские племена      Набатейские племена      Арамейские племена

Сөләймән үлгәндән һуң, уның вариҫы, тәкәббер һәм тәжрибәһеҙ Ровоам батшалыҡ иткән осорҙа, Израиль халҡы ике батшалыҡҡа бүленә (икенсе төрлө ике йорт тип атала), ҙурырағы (ун клан) Ефрем кланына ҡараған Иеровоам ҡулына эләгә (беҙҙең эраға тиклем яҡынса 928 йылдар тирәһе). Был ике батшалыҡ Йәһүд батшалығы һәм Израиль батшалығы тип атала, һәм улар араһында аяуһыҙ ҡапма-ҡаршылыҡ башлана. Был хәл уларҙың эске көсөн дә кәметә, тышҡы билдәләнешенә лә кире йоғонто яһай. Бынан, әлбиттә, күршеләре файҙаланып ҡалырға тырыша: Ровоам дәүерендә Мысыр фирғәүене Шешонк I, Йәһүд батшалығына һөжүм итеп, Иерусалимды һәм илдең башҡа ҡалаларын талай һәм үҙенең еңеүен Карнак һарайы диуарҙарына төшөрөлгән һүрәттәр һәм яҙмалар ярҙамында һүрәтләп ҡалдыра. Сәйәси берҙәмлек тарҡалыу менән бер рәттән дини берҙәмлек тә ҡаҡшай башлай. Израиль батшалығында яңы культ раҫлана. Израиль батшалығының бөтә тарихы болалар һәм сәйәси түкәрелештәргә бай була.

Ассириянан һәм Вавилония хакимлығы осоронда Йәһүд батшалығы (беҙҙең эраға тиклем 720-586 йылдар)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәһүд батшалығы, ысын дингә һәм Муса законына тоғро булып, шулай уҡ Иерусалим ғибәҙәтханаһында тышҡы йоғонтоларға ҡаршы торорлоҡ ҡеүәтле ҡөҙрәте булғанға күрә, Израиль батшалығына ҡарағанда оҙағыраҡ йәшәп ҡала; әммә ул да юҡҡа сығыуҙан ҡотолоп ҡала алмай. 586 вавилонсы Йәһүд батшалығы яулап ала, Йәрүсәлим ғибәҙәтханаһын емерә һәм халҡының бер өлөшөн Вавилонға (бабил әсирлегенә) ҡыуып алып китә.

Вавилон әсирлеге (беҙҙең эраға тиклем 586-537 йй.)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ассирия әсирлегендә булыу Израиль халҡының бөтөүенә килтерҙе, ә бына Вавилон әсирлеге йәһүд халҡының ҡәберстанына әйләнмәне. Киреһенсә мәжүсилек киң таралған халыҡтар араһында бер генә Илаһҡа ышаныуға табан беренсе аҙым яһала. 70 йылдан һуң киң күңелле Бөйөк Кир II указына ярашлы йәһүдтәр үҙ еренә ҡайтыу мөмкинлеген ала һәм Иерусалимда яңы Ғибәҙәтхана төҙөй.

Икенсе Ғибәҙәтхана осоро (беҙҙең эраға тиклем VI быуат — беҙҙең эраның I быуаты)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Антик осор[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәһүдтәр грек хакимлығы аҫтында (беҙҙең эраға тиклем 332—167 йй.)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хасмонейҙарҙың азатлыҡ һуғышы (беҙҙең эраға тиклем 167-140 йй.)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хасмонейҙар батшалығы (беҙҙең эраға тиклем 140—37 йй.)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәһүд ихтилалдары Йәһүд иленең бойондороҡһоҙлоғон ғына һаҡлап ҡалмай, ә бойондороҡһоҙ баш ҡалаһы Иерусалим булған Хасмоней батшалығын (беҙҙең эраға тиклем 164-37 йй.) булдыра.

Батша Ирод I һәм уның вариҫтары (беҙҙең эраға тиклем 37 й. — беҙҙең эраның 6 й.)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Ирод I, идумей наместнигы Антипатрҙың улы, Рим властары хуплауында беҙҙең эраға тиклем 37 йылда, Интигонды тәхетенән ҡолатып, Иерусалимды яулап ала һәм Иерусалим ғибәҙәтханаһын күркәм төҙөкләндереү Иерусалим ғибәҙәтханаһын аяҡҡа баҫтыра (беҙҙең эраға тиклем 19 й.) һәм беҙҙең эраға тиклем 4 йылда вафат була. Уның улы Архелай ҡолатылғандан һуң беҙҙең эраның 6 йылында римляндар Йәһүд илен Сүриә провинцияһына ҡушалар һәм Рим прокураторына буйһондоралар.

Йәһүҙиҙәр Рим власы аҫтында (беҙҙең эраның 6-66 йй.)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Римляндар менән һуғыш һәм Йәһүд дәүләтенең ҡолауы (66-70 йй.)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рим гарнизоны Массад ҡитғаһы итәгендә

Икенсе Йәһүд һуғышы (115-117 йй.)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Анати Эммануэль. Палестина до древних евреев. — М.: ЗАО «Центрполиграф», 2008. — 416 с.: ил. — Серия «Загадки древних цивилизаций». — ISBN 978-5-9524-3209-3.
  • Воробьев С. Ю. Библия, история, археология. — М.: Планета, 2015. — 560 с.: ил. — ISBN 978-5-903162-62-8.
  • Грант Майкл. История Древнего Израиля. — М.: Терра-Книжный клуб, 1998. — 336 с. — ISBN 5-300-01817-1.
  • Грей Джон. Ханаанцы. На земле чудес ветхозаветных. — М.: ЗАО «Центрполиграф», 2003. — 224 с.: ил. — Серия «Загадки древних цивилизаций». — ISBN 5-9524-0639-4.
  • Даймонт Макс И. Евреи, Бог и история / Пер. Р. И. Нудельмана. — М.; Иерусалим: Изд-во «Мосты культуры / Гешарим», 2010. — 570 c. — Серия «Верхняя полка». — ISBN 978-5-93273-436-0.
  • Деопик Д. В. Библейская археология и древнейшая история Святой Земли. — 2-е изд. — М.: Изд-во Православного Свято-Тихоновского гуманитарного университета, 2009. — 400 с.: ил. — ISBN 978-5-7429-0402-1.
  • Дойель Лео. Завещанное временем. Поиски памятников письменности / Пер. с англ. Э. А. Маркова. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1980. — 728 с. — Серия «Культура народов Востока. Материалы и исследования».
  • Еврейские культуры: новый взгляд на историю: Сб. / Под ред. Давида Биля. — М.: Книжники, 2013. — 352 с. — Серия «История евреев». — ISBN 978-5-7516-1131-1.
  • Егер О. Всемирная история. — Т. 1. Древний мир. — СПб.: Полигон; М.: ООО «АСТ», 2010. — 672 с.: ил. — ISBN 978-5-17-050157-1, 978-5-89173-401-2.
  • Кандель Феликс. Судьи, цари и первые пророки Израиля. По путям Земли этой. — М.: Мосты культуры; Иерусалим: Гешарим, 2015. — 456 с.: ил. — ISBN 978-593273-415-5.
  • Косидовский Зенон. Библейские сказания / Пер. с пол. Э. Гессен, Ю. Мирской. — М.: Политиздат, 1978. — 4-е изд. — 456 с.: ил. — Серия «Библиотека атеистической литературы».
  • Крывелёв И. А. Раскопки в библейских странах. — М.: Советская Россия, 1965. — 320 с.: ил.
  • Липовский И. П. Библейский Израиль. История двух народов. — СПб.: ИЦ «Гуманитарная Академия», 2010. — 576 с. — ISBN 978-5-93762-066-8.
  • МакРэй Джон, Херт Альфред, Уиллитс Джоэл. Библейская археология. Ветхий Завет. Свитки Мертвого моря. Новый Завет / Пер. с англ. — М.: Российское библейское общество, 2016. — 112 с.: ил. — ISBN 978-5-85524-575-2.
  • Нот Мартин. История Древнего Израиля / Пер. с нем. Ю. П. Вартанова. — СПб.: Изд-во «Дмитрий Буланин», 2014. — 496 с. — Серия «Biblia continua». — ISBN 978-5-86007-751-5.
  • Нудельман Р. И. Библейская археология. Научный подход к тайнам тысячелетий. — Ростов-на-Дону: Феникс; Неоглори, 2008. — 640 с.: ил. — Серия «Загадки истории». — ISBN 978-5-222-12851-0.
  • Райт Джон Эллиот. Библейская археология. — СПб.: Библиополис; Изд-во Олега Абышко, 2003. — 456 с.: ил.
  • Тантлевский И. Р. История Израиля и Иудеи до 70 г. н. э. — М.: Изд-во Русской Христианской гуманитарной академии, 2014. — 432 с. — ISBN 978-5-88812-580-9.
  • Тюменев А. И. Евреи в древности и в Средние века. — М.: Крафт+, 2003. — 2-е изд. — 392 с. — ISBN 5-93675-055-8.
  • Финкельштейн Израэль, Зилберман Нил-Ашер. Раскопанная Библия. Новый взгляд археологии.
  • Хэнкок Грэм. Ковчег завета. — М.: Вече, 1999. — 512 с. — Серия «Тайны древних цивилизаций». — ISBN 5-7838-0436-3.
  • Церен Эрих. Библейские холмы / Пер. с нем. Н. В. Шафранской. — М.: Правда, 1986. — 2-е изд. — 480 с.: ил.
  • Циркин Ю. Б. История библейских стран. — М.: ООО «АСТ», Астрель, Транзиткнига, 2003. — 576 с. — Серия «Классическая мысль». — ISBN 5-17-018173-6.
  • Шифман И. Ш. Сирийское общество эпохи принципата (I—III вв. до н. э.). — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1977. — 312 с.
  • Шифман И. Ш. Ветхий Завет и его мир. — М.: Политиздат, 1987. — 240 с.: ил.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Палестина. Энциклопедия "Кругосвет". Дата обращения: 26 сентябрь 2011. Архивировано 15 март 2012 года.
  2. Палестина древняя. Энциклопедия "Кругосвет". Дата обращения: 26 сентябрь 2011. Архивировано 6 июнь 2012 года.1 =