Ботулизм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ботулизм
Генцианвиолет менән буялған Clostridium botulinum препараты фотографияһы
Генцианвиолет менән буялған Clostridium botulinum препараты фотографияһы
МКБ-10

Ҡалып:МКБ10

МКБ-9

005.1005.1

 Ботулизм Викимилектә

Ботули́зм (лат. botulus — колбаса) — ботулизм бактериялары токсины менән зарарланған ашамлыҡтан ағыуланыу; үтә етди ауырыу күренеше[1]; ботулизм бактериялары токсины менән зарарланған ашамлыҡтан ағыуланыу; үтә етди ауырыу күренеше; нервы системаһы ҡаҡшай; аккомодация парезы, күҙ йөрөтөү, йотоу, тын алыу мускулдары фалижы күҙәтелә[2], кеше һәм хайуандарҙың киҫкен аурыуы.

Гастроэнтерит синдромы менән үҙенсәлекле көслө бактериаль инфекция, үҙәк һәм вегетатив нерв системаһын ныҡ зарарлауы (нерв күҙәнәктәренә экзотоксин тәъҫире менән бәйле). Ботулизм менән ауырыусы кеше тирә-йүндәгеләр өсөн ҡурҡыныс түгел.

Ауырыуҙы өйрәнеү тарихы һәм билдәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ботулизм» термины Голландия ғалимы Э. ван Эрменгем тарафынан 1896 йылда керетелә. Ботулизмды китереп сығарыусы — клостридиум ботулинум (серологик А, В, С, D, Е, F, G тибындагы Clostridium botulinum) тупраҡта тарала, химик һәм физик тәъҫиргә бирешмәй: 7 төрҙәге термолабиль токсин — ғәйәт көслө тәбиғи нейротроп ағыу сығанағы; 0,3 мкг дозаһы кешене үлтерә.

Тупраҡ, йылы ҡанлы хайуандар, балыҡтар эсәклеге инфекцияның тәбиғи туплану урыны һәм сығанағы ролен үтәй. Бында ауырыу ҡуҙғатыусылар туплана һәм тиҙәк менән тышҡы мөхиткә эләгә. Инкубация осоро 2 сәғәттән алып 10 көнгә тиклем дауам итә. Ботулизм бактерияһы токсины нервы, мускулдар системаһын зарарлай. Кешенең ауырып китеү билдәләре ашҡаҙан һәм эсәклектең лайлалы тышсаһы аша ҡанға үтеп кергән ағыуҙар тәъҫиренән башлана; нерв системаһының айырым өлештәре зарарлана; ағыу ашҡаҙан-эсәк ферменттары тәъҫирендә тарҡалмай. Төп симптомдары: эсәктәр эшмәкәрлеге боҙолоу (уҡшыу, эс ҡатыу һ. б.), бит, күҙ алмаһы, тамаҡ, йотҡолоҡ мускулдары праличы. Ауырыу килеп сығыуҙың төп сәбәбе — өй шартларында консервланған аҙыҡтар (йәшелсә, еләк-емеш, бәшмәктәр), санитария нормаларын һәм ҡағиҙәләрен боҙоп әҙерләнгән ҡаҙылыҡ, ҡаҡланған ит, балыҡ һ. б., шулай уҡ тупраҡ менән бысранған аҙыҡ ҡулланыу. Ботулизм менән йорт хайуандары ла ауырый.

Дауалау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дауалау өсөн лаборатор тикшереү (бактериологик анализ, биопроба алымы һ. б.) алымдарҙы ҡулланалар. Дауалау өсөн медикоментоз (ботулизмға ҡаршы сыворотка, йөрәк, эс йомшартыусы дарыуҙар), ашҡаҙанды йыуҙырыу ысулдары ҡулланалар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Русско-башкирский словарь медицинских терминов (В. З. Гумеров, 1981)
  2. Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М. Т. Азнабаев, 2007)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Пяткин К. Д. Микробиология. М. 1980; Справочник-путеводитель практикующего врача. 2000 болезней от А до Я. — М., 1999.