Бранденбург (штат)
Бра́нденбург (нем. Brandenburg, т.-луж. Bramborska, үр.-луж. Braniborska) — Германия федераль штаты. Башҡалаһы — Потсдам.
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] География
Бранденбург көнбайыштан Саксония-Анһальт, төньяҡтан Мекленбург — Алғы Померания штаты, көнсығыштан Польша, көньяҡтан Саксония штаты менән сиктәш. Ерҙәрҙең 30% урман биләй.
[үҙгәртергә] Ауыл хужалығы
Бранденбург ере ҡарағай урманы, күлдәр, һаҙлыҡлы урындарға бай. Ярлы, ҡомло тупраҡлы Бранденбург ерендә картуф һәм арыш уҫтерелә. Уңдырышлы тупраҡлы Уккермарк һәм Одербрухс ерендә бойҙай, шәкәр сөгөлдөрө һәм тәмәке үҫтерелә. Берлин тирәләй һәм Шпреевальд урманында еләк-емеш үҫтереү һәм малсылыҡ үҫеш алған.
[үҙгәртергә] Иҡтисад
Түбәнге Лужицала һоро күмер руднигы (Зенфтенберг янында) һәм текстиль фабрикаһы (Губен, Форст, Котбус) урынлашҡан. Аграр сектор иҡтисадтың төп өлөшөн алып тора. Урман күп булғанлыҡтан урман хужалығы иҡтисадта ҙур өлөш алып тора. Машиналар төҙөү, электороника, оптика, аҙыҡ һәм химия сәнәғәте үҫешкән.
[үҙгәртергә] Иҫкәртмәләр
Бадэн-Вүртэмберг • Бавария •
Берлин • Бранденбург • Бремен • Заарланд • Һамбург • Һессен •
Мекленбург — Алғы Померания •
Райнланд-Пфальц • Саксония • Саксония-Анһальт • Шлейсвиг-Һольштайн • Төньяк Рейны-Вестфалия • Түбәнге Саксония • Тюрингия
1952 al Baden-Virttembergio fuziis: Төнъяҡ-Баден | Вүртэмберг-Бадэн | Württemberg-Hohenzollern