Бриология

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ботаника бүлеге

Бриология

Pohlia nutans.jpeg

Тикшеренеү обьекттары

Үҫемлектәр · Һыу үҫемлектәре
Бәшмәктәр һ.б.…

Ботаника бүлектәре

Альгология · Үҫемлектәр анатомияһы · Бриология · Геоботаника · Үҫемлектәр географияһы · Дендрология · Диаспорология · Карпология · Лихенология · Микогеография · Микология · Морфология растений · Палеоботаника · Палинология · Үҫемлектәр систематикаһы · Үҫемлектәр физиологияһы · Фитопатология · Флористика · Үҫемлектәр экологияһы · Этноботаника

Билдәле ботаниктар

Теофраст
Жозеф Питтон де Турнефор
Карл Линней
Адольф Генрих Густав Энглер
Армен Леонович Тахтаджян
һәм башҡалар…

Тарих

Ботаника тарихы
Ботаника буйынса билдәле китаптар
Ботаник иллюстрация

Бриоло́гия (от грек. βρύον «мүк» һәм …логия) — ботаниканың мүктәрҙе өйрәнеүсе бүлеге. (Bryophyta sensu lato).

Мүктәрҙең морфологияһын, анатомияһын, эмбриологияһын, физиол., биохимияһын, мүк һымаҡтар төрҙәренең һәм бергәлектәренең экологияһын һәм географияһын өйрәнә. Башҡортостан мүктәрен тикшереү тәүге тапҡыр 19 б. аҙ. үткәрелә (Ю.Шелль, О.А.Федченко, Б.А.Федченко). 20 б. 1‑се ярт. мүктәр Өфөлә (чех тикшеренеүсеһе И.Подпера) һәм Башҡорт ҡурсаулығында (Е.А.Селиванова‑Городкова, Р.Н.Шляков) өйрәнелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының һәм Башҡортостандың Урал алды бриофлораһын украин ботаниктары А.Ф.Бачурина һәм Д.К.Зеров өйрәнә. 80‑се йй. аҙ. ботаниктар М.С.Игнатов һәм Е.А.Игнатова, А.Д.Потёмкин респ. бриофлораһы б‑са 1‑се сводкаларҙы (яҡынса 400 төр) эшләй. Биология институтында Э.З.Байышева тарафынан Башҡортостандың урман зонаһы бриобергәлектәренең классификацияһы төҙөлә, экологик мониторинг һәм биотөрлөлөккә баһа биреү өсөн мүк һымаҡтарҙы ҡулланыу ысулдары тикшерелә.

Ғилми йәмғиәттәр[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Бардунов Л. В. Древнейшие на суше — Новосибирск: Издательство «Наука, Сибирское отделение», 1984. — 159 с. — (Человек и окружающая среда).
  • Игнатова Е.А., Игнатов М.С. Мхи Башкирии: предварительный список видов и фитогеографические заметки //Бюллетень Московского общества испытателей природы. Отдел биологический. 1993. Т.98. Вып.1; Баишева Э.З., Потёмкин А.Д. К флоре печёночных мхов Башкирии //Ботанический журнал. 1998. Т.83. №9.

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Имән япрағы Был ботаника тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.