Бронепоезд

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Бронепоездартиллерия һәм пулемёттар м-н ҡоралландырылған бронялы тимер юл составтары, 19 б. һуңғы сирегендә — 20 б. 1 се ярт. Америка һәм Европа илдәре армияһында ғәскәрҙәргә ут м н ярҙам итеү һәм үҙ аллы хәрби хәрәкәт алып барыу өсөн ҡулланыла.

Бер нисә Бронепоездар дивизионға берләшә. Бронепоездар хәрби өлөштән (бронепаровоз, 2 һәм унан күберәк броневагон, 2 контроль платформаһы) һәм улар артынан үҙ аллы, дошман уты етмәҫлек алыҫлыҡта килгән базанан (паровоз, личный составҡа ял итеү һәм запастар һаҡлау өсөн бер нисә пассажир һәм тауар вагоны) тора.

Башҡортостанда Бронепоездар Граждандар һуғышы осоронда РККА, Халыҡ армияһы, Рәсәй армияһы, Рус армияһы һәм Себер армияһы составында хәрәкәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфө паровоздар ремонтлау з-ды (ҡара: Өфө тепловоздар ремонтлау заводы) Белорет металлургия комбинаты ҡатнашлығында 4 Бронепоездар төҙөй.

1942 й. 17 апр. РККА ға “Полководец Суворов” һәм “Александр Невский” Бронепоездар тапшырыла, улар Бронепоездар 25 се дивизионын барлыҡҡа килтерә. Дивизиондың личный составы өлөшләтә Өфө паровоздар ремонтлау з ды эшселәренән комплектлана.

Хәрәкәттәге армияла дивизион 1942 й. авг. һәм 1943 й. авг. — 1945 й. майында була, төрлө армиялар составында Сталинградтан Прагаға тиклем юл үтә һәм 1945 й. сент. Украина ССР ы Киверцы станцияһында таратыла.

Дивизион командиры И.Н.Добрынин (1942). 1943 й. йәйендә Б. 60 сы дивизионын тәшкил иткән “Уфимец” һәм “Салауат Юлаев” Бронепоездар төҙөлә һәм ҡораллы көстәргә тапшырыла.

1943 й. көҙөндә — 1945 й. яҙында улар Белоруссия, Латвия һәм Литваны азат итеүҙә ҡатнаша.

Артабанғы яҙмыштары билдәһеҙ.

БАССР Бронепоездар материалдар, ш. иҫ. “Салауат Юлаев” Б. макеты, Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе музейында (Өфө) һаҡлана.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]