Бронза быуат

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Бронза быуат — кешелек тарихында бронза (ҡурғаш, баҡыр һәм башҡа металдар эретмәләренең ҡушылмаһы) яһау сере асылғанға күрә, археологияла «бронза быуат» тип йөрөтөлгән, баҡыр быуат һәм тимер быуат араһындағы осор.

Бронза быуат төрлө мәҙәниәттә төрлөсә, яҡынса б.э.т. 35/33 — 13/11 быуаттарға тура килә. Ташҡа ҡарағанда бронза күпкә ҡатыраҡ һәм ныҡлыраҡ, шунлыҡтан хеҙмәт ҡоралдарын (балта, бысаҡ, ураҡ һ.б.) яңы материалдан яһай башлағандар. Металға булған ихтыяж кешене баҡыр рудаһына бай ятҡылыҡтар эҙләргә мәжбүр иткән.