Булат Имашев
Имашев Булат Ғабдулла улы, Булат Имашев — күренкле актёр һәм режиссёр; 1908 йылдың 27 февралендә Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостандың Бишбүләк районы) Аҙнай ауылында тыуған, 1946 йылда вафат булған.
1921-23 йылдарҙа Ырымбур башҡорт педагогия техникумында уҡый, шул йылдарҙа Ырымбур татар драма театрында уйнай. Типографияла хәреф йыйыусы булып эшләй (1923-26). 1930 йылда театр училищеһына уҡырға килә. Уҡыу йортонда Башҡорт академия драма театрының нигеҙен тәшкил итәсәк талант эйәлере А.Мөбәрәков, З. Бикбулатова, В. Ғәлимов, Р. Сыртланов һ.б. менән бергә уҡый. Улар менән бергә күп кенә образдар ижад итә. Булат Имашев ситтән тороп Мәскәүҙә Луначарский исемендәге театр сәнғәте институтының режиссёрҙар факультетын тамамлай (1933-27).
1937 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссёры итеп тәғәйенләнә. Театрҙа Риза Ишмораттың «Данлы осор», Тажи Ғиззәтең «Ташҡындар», А. Островскийҙың «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр», Гогольдың «Өйләнеү» пьессаларын сәхнәләштерә.
1940 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш режиссёры итеп тәғәйенләнә. Был театрҙа «Һаҡмар», «Ҡасҡын», «Ҡарлуғас», «Ашҡаҙар», «Аҡбуҙат» операларын ҡуя.
Тынғыһыҙ сәхнә оҫтаһының ғүмере 38 йәштә генә өҙөлә.
[үҙгәртергә] Наградалары
Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1942), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1944) тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнде (1944).
[үҙгәртергә] Иҫтәлек
- Бишбүләк районы Аҙнай ауылында Булат Имашевтың йорт-музейы эшләй.
- Башҡортостан Дәүләт телерадиокомпанияһы Булат Имашев тураһында документаль фильм төшөрҙө.