Буҙ тумыртҡа

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Буҙ тумыртҡа (седой дятел) Күгәрсендән бәләкәйерәк. Башы, кәүҙәһенең аҫҡы өлө¬шө буҙ төҫтә. Тамағы, түше аҡһыл һары. Ҡанаттары, һырты, ҡойроҡ өҫтө йәшкелт көрән. Ҡанаттарының осонда буй, о ҡойроҡ өҫтөндә арҡыры аҡ һыҙыҡтар бар. Маңлайы ҡыҙыл. Йәшел' тумыртҡанан дөйөм буҙ төҫө менән айырыла.


Тауышы яңғырауыҡлы: «киәй-киәәй».

PicusCanus.ogg
Буҙ тумыртҡа һыҙғырыуы

Япраҡлы урмандарҙа йәшәй. Ағас бөжәктәре -һәм уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй, һирәк осрай. Ағас кыуыштарында оялай. 5—7 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, ҙур файҙа килтерә.

Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә