Быуа ҡусҡары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Быуа ҡусҡары
Быуа ҡусҡары
Быуа ҡусҡары (Lymnaea stagnalis)
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Моллюскалар
Класс: ҡорһағаяҡтар
Суб-класс: Ҡусҡарҙар
Надотряд: Heterobranchia
Отряд: Яланғас ҡусҡарҙар
Подотряд: Сидячеглазые
Ғаилә: Быуа ҡусҡарҙары
Латинса исеме
Lymnaeidae Rafinesque, 1815
ITIS 76483
NCBI 6521

Быуа ҡусҡарҙары (лат. Lymnaeidae) — күлдәрҙә йәшәй торған, ҡабырсағы ослайып бормаланған ҡусҡар [1] .

Ҡорһаҡаяҡлы моллюскалар класынае үпкәле ҡусҡарҙар ғаиләһе. Һыү үҫемлектәре үҫкән сөсө һыу ятҡылыҡтарында тереклек итә. Ғәҙәти төрҙәре: ябай быуа ҡусҡары (Lymnaea stagnalis) (ҡабырсығының оҙонлоғо 60 мм -ға етә); һаҙ-быуа ҡусҡары (L. palustris) (һуҙынҡы конус һымаҡ ҡабырсыклы); оҙонса түңәрәк быуа ҡусҡары (L. ovata) (киң ауыҙлы); ҡолаҡ һымаҡ ҡусҡар (L. auricularia). Быуа ҡусҡарҙары шыуышу өсөн яйлашҡан яҫы табанлы киң аяҡтары ярҙамендә хәрәкәтләнә. Атмосфера һауаһын һулый, уның өсөн уларға һыуу өҫтөнә күтәрелергә һәм һулыш тишеме аша һауа алырга тура килә. Гермафродиттар. Күкәйҙәрен һыу үҫемлектәренә − үтә күренмәле дерелдәүек һымаҡ каҙылыҡты хәтерләтеүсе ояларга һала. Была ҡусҡарҙар һыулыҡтарҙың ваҡытлыса кибеүен һәм туңыуын кисерергә һәләтле. Һыу үҫемлекләре менән туҡлана, уларҙың туҡымаларын махсус органдары − «ҡырғыслары» ярҙамында ҡырып ала, шулай уҡ үле һыу организмдары, ваҡ умыртҡаһыҙҙар менән туйына. Үҙҙәре, айырыуса ваҡ төрҙәре, балыҡтар өсөн аҙыҡ ролен үтәй.

Сығанаҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)