Бюджет

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Бюджет (ингл. budget) — дәүләт бюджеты, дәүләттең ағымдағы йылға закон көсөндәге финанс планы.

2 статьялар төркөмөнән тора:

  1. дәүләт власы органдары һәм урындағы үҙидаралыҡ органдары ҡарамағына килеп торған аҡсанан (Б. килемдәре)
  2. дәүләт һәм урындағы үҙидаралыҡ органдарының сығым йөкләмәләрен финанстар м н тәьмин итеүгә йүнәлтелгән аҡсанан (Б. сығымдары).

Б. килем өлөшө һалымдар һәм һалым булмаған керемдәр, юридик һәм физик шәхестәрҙең, сит ил дәүләттәренең һәм халыҡ-ара ойошмаларҙың бушлай күсерелгән аҡсаһы иҫәбенә барлыҡҡа килә. Б. дәүләт идаралығын, соц. инфраструктураны тәьмин итеүгә, иҡт., һаулыҡ һаҡлау, фән, мәҙәниәт, мәғарифты үҫтереүгә; дотация, субвенция һәм субсидия рәүешендә финанс ярҙамы күрһәтеүгә; дәүләт бурысын хеҙмәтләндереүгә һ.б. тотонола. Федератив дәүләттәрҙә Б. өс кимәлдә төҙөлә — үҙәк (федераль) хөкүмәт, федерация субъекттары һәм урындағы (йәки муниц.). Федераль Б., дәүләттең бюджеттан тыш фондтары Б. (Пенсия фонды, Соц. страховкалау фонды, Мотлаҡ мед. страховкалауы фонды) һәм РФ субъекттары Б. федераль закондар йәки РФ субъекттары закондары формаһында раҫлана. Урындағы Б. урындағы үҙидаралыҡ вәкиллеге органдарының норматив акттары м н ҡабул ителә.

Башҡортостан Республикаһы Б. РФ бюджет системаһына инә, респ. һәм урындағы бюджеттарҙан тора. Б. проектын эшләү һәм уның үтәлешен тәьмин итеү Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағына инә. Б. йыл һайын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы тарафынан ҡабул ителә. Урындағы Б. формалашыуы, раҫланыуы һәм үтәлеше урындағы дәүләт власы органдары һәм үҙидаралыҡ ҡарамағында тора. БР ҙа 62 район һәм ҡала, 1032 ауыл һәм ҡасаба Б. эшләй (2009). Совет власына тиклемге осорҙа Рәсәй империяһы Б. һәм урындағы бюджеттар губерна терр яларында, ш. иҫ. Ырымбур губернаһы һәм Өфө губернаһында, йыйылған һалым һәм йөкләмәләр иҫәбенә формалаша. Тура һалымдарҙы йыйыу м н Ҡаҙна палатаһы етәкселек итә, ситләтелгән һалымдарҙы — губерна акциз идаралығы. Революциянан (1917) һуң Б. килеменә байтаҡ керемдәрҙе а.х., кәсепселек, килем-мөлкәт һалымдары, пошлиналар, герб, канцелярия йыйымдары һ.б. тәьмин итә; Б. килеменең яртыһы тура һалымдарҙан тора. 1924 й. СССР Конституцияһы авт. республикаларҙың дәүләт Б. төҙөүгә хоҡуғын закондар м н нығыта, ләкин халыҡ хужалығы м н команда-адм. идара итеү системаһы шарттарында (1917—91) Б. килем өлөшө күләмдәре һәм авт. респ. өсөн сығымдары СССР дәүләт идаралығының үҙәк органдары тарафынан билдәләнә. Респ. буйһонған пр тиелар һаны сикләнгәнлектән (1990 й. ҡарата — 3%), респ. бюджет аҡсаһының күп өлөшө дөйөм союз Б. китеп тора.

Дәүләт суверенитеты тураһында декларацияны ҡабул итеү федераль үҙәк м н бюджет-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә ыңғай алға китешкә булышлыҡ итә. БР иҡтисадының кимәле һәм үҫеш тенденцияһы бөтә кимәлдәге Б. һиҙелерлек килем базаһы өсөн нигеҙ булдыра; респ. РФ тың 10 субъекты составында федераль Б. өстән ике өлөшө формалашыуын тәьмин итеүсе федераль Б. доноры статусына эйә. 2009 й. БР үҙ килемдәренең күләме б са Волга буйы федераль округы субъекттары араһында 2 се урынды биләй.

Респ. берләштерелгән Б. (раҫлауҙы талап итмәгән һәм иҫәпләшеүҙәр һәм анализдар өсөн ҡулланылған респ. Б. һәм урындағы Б. йыйылмаһы) үҙенең килем өлөшө күләме б са РФ субъекттары Б. араһында тәүге унау иҫәбендә тора.

2009 й. БР терр яһынан бөтә кимәлдәге һәм бюджеттан тыш фондтарҙың Б. килеменә 141,1 млрд һум аҡса йыйылған (берҙәм соц. һалымдан тыш), шуның 32,8% ы — РФ тың берләштерелгән бюджетына, 67,2% ы — БР ҙың берләштерелгән Б. Берләштерелгән Б. килеме 114,1 млрд һум тәшкил иткән, шуның (%): 68,9 — һалым һәм 8,7 — һалым булмаған килем, 22,4 — бушлай күсерелгән аҡса.

Һалым килеменең төп сығанағы булып һалымдар тора (%): физик шәхестәр килеменә — 24,3, ойошмалар табышына — 22,6, мөлкәткә — 8,6, тәбиғәт ресурстарын файҙаланған өсөн — 1,0; акциздар — 7,7.

Берләштерелгән Б. сығымдары 117,5 млрд һум тәшкил иткән, шуның (%): 26,7 — мәғарифҡа, 18,2 — милли иҡтисадҡа, 15,6 — мәҙәниәт, кинематография, киң мәғлүмәт саралары һәм социаль сәйәсәткә, 13,2 — торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа, 11,4 — һаулыҡ һаҡлау һәм физик культураға, 3,7 — милли именлек һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегенә бүленә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә]