Бүләр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Бүләр — башҡорт ҡәбиләһе.

Ырыу составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • ҡәҙер
  • мышыға

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Этник яҡтан Волга болғарҙарына барып тоташа. Х быуат ҡәбиләнең бер өлөшө Паннонияға күсенә. XIII—XIV быуаттарҙа бүләрҙәр Кама буйы урмандарында һәм Ялан Зәй йылғаһы (Кама йылғаһы ҡушылдығы) буйында, артабан Ыҡ (Кама йылғаһы ҡушылдығы) һәм Сөн йылғалары үҙәндәрендә төпләнә, бында байлар, гәрә, ирәкте, йылан, йәнәй ҡәбиләләре менән күрше була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре Ҡазан даруғаһының Бүләр улусын тәшкил итә. Бында, П. И. Рычков мәғлүмәттәре буйынса, XVIII быуат уртаһында 231 йорт иҫәпләнә. XVIII—XIX быуаттарҙа аҙағында бүләрҙәр йәшәгән ерҙәр Бәләбәй өйәҙенә, Бөрө өйәҙенә һәм Минзәлә өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 5-се (10-сы, 11-се), 11-се (12-се) башҡорт кантондарына (1798—1854) ҡарай.

Ҡәбилә ерҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бүләр ҡәбиләһенең аҫаба ерҙәре хәҙерге Башҡортостандың Илеш, Йәрмәкәй, Саҡмағош, Баҡалы райондары, Татарстандың Аҡтаныш, Аҙнаҡай, Минзәлә, Мөслим райондарына тура килә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Западные башкиры по переписям 1795—1917 гг. Уфа, 2001. (рус.)
  • Йәнғужин Р. З. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 96 с. — ISBN 5-295-02551-3.
  • Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. Уфа, 2001. (рус.)
  • Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — 572 с. (рус.)
  • Материалы по истории Башкирской АССР, М. — Л., 1936. (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]