Бүрекле тебейек (урыҫ.Хохлатая синица, лат. Lophophanes cristatus) — ҡарабаш турғайҙары ғаиләһенән ҙур булмаған һайраусы ҡош.
Турғайҙан бәләкәйерәк. Ағас ботаҡтары араһында һи¬кергеләп йөрөүсе бәләкәй ҡошсоҡ. Башында арҡыры ҡара һыҙыҡтары булған аҡ төҫтәге ослайыңҡырап торған бүрке бар. һырт яғы көрәнһыу һоро. Ҡорһаҡ яғы һорғолт' аҡ. Түше һәм сикәләре аҡ. Тамағындағы тап һәм муйынын¬дағы һыҙыҡ ҡара. Башҡа тебейектәрҙән башындағы бүр¬ке менән айырыла.
Тауышы яңғырауыҡлы: «ти-ти-тиржж».
Аралаш һәм ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәр, уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. һирәк осрай. Ағас ҡыуыштарында оялай. Ҡыҙғылт көрән һипкел¬ле 5—7 бөртөк йомортҡа һала. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡы¬рып, файҙа килтерә. \
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9