Бүре еләге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Бүре еләге
Daphne mezereum Волчеягодник смертельный IMG 3216.jpg
Сәскә атыусы үҫемлектең дөйөм күренеше
Ухта, Коми Республикаһы
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Daphne mezereum L.

Синонимдар
согласно «Tropicos»[1]
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   27126
NCBI   66680
EOL   582100
GRIN   t:13273
IPNI   831294-1

Бүре елеге, бүре йүкәһе (урыҫ. Волчея́годник обыкнове́нный, Волчеягодник смерте́льный, Во́лчник обыкновенный, Во́лчье лы́ко, Пухляк, Плоховец[2], [3]бүре юкәһе (Thymelaeaceae) ғаиләһенән 0,3-1,8 м бейеклегендәге ағыулы ҡыуаҡ. Апрель-май айҙарында сәскә ата, орлоғо июль-августа өлгөрә.

Таралыуы[үҙгәртергә]

Европаның бөтә өлөшөндә, Кавказ артында, Әрмәнстанда, Ирандың төньяғында киң таралған[4]. Башҡортостанда һирәк осрай.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандарҙаа үҫә. Тәбәнәк ҡыуаҡ (30-100 см). Аҙ ботаҡлы аҫҡы ботаҡтары япраҡһыҙ үҫемлек; ҡабығы һарғылт-һоро төҫтә, ҡоңғорт төйөрҙәр менән ҡапланған. Һәр ботаҡтың осонда ланцет һамаҡ оҙонса япраҡлы бәйләме бар. Сәскәләре ал төҫтә, хуш эҫле, япраҡ ҡуйынтығында өсәрләп-бишәрләп урынлашҡандар, япраҡ ярғансы барлыҡҡа киләләр. Емеше - ҡыҙыл, һыуһыл. Орлоҡтарҙан, тамыр үрентеһенән (культурала сыбыҡсанан, үрентенән) үрсей. Ҡабығы һәм ағасында гликозиддар, минераль тоҙҙар, сумала, буяу матдәләре, һағыҙ бар. Халыҡ медицинаһында ҡабығынан һәм еләгенән яһалған спиртлы төнәтмәһен ревматизм, быуындар ауыртҡанда файҙаланалар.

Toxic.png

Ағыулы өлөштәре[үҙгәртергә]

Ҡабығы (йүкәһе), япрағы, сәскәһе, емештәре ныҡ ағыулы.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Орлов Б. Н., Гелашвили Д. Б., Ибрагимов А. К. Ядовитые животные и растения СССР — М.: Высшая школа, 1990. — С. 200—202.
  • Биологическая флора Московской области. Вып. 1 / Под ред. Т. А. Работнова — М.: Изд-во Московского университета, 1974. — С. 124-130.
  • Ғүмәров В.З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. -160 б. ISBN 5-295-01499-1

Сығанаҡтар[үҙгәртергә]

  1. См. раздел Ссылки — Tropicos.
  2. Статья в БСЭ
  3. Этимологический словарь русского языка Макса Фасмера
  4. Germplasm Resources Information Network