Бәләбәй районы

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Бәләбәй районы
урыҫ. Белебеевский район
Coat of Arms of Belebei rayon (Bashkortostan).png Flag of Belebei rayon (Bashkortostan).png
Ил Рәсәй
Статус Муниципаль район
Төбәк Башҡортостан
Эске бүленеш 15 ауыл биләмәһе, 2 ҡала биләмәһе
Административ үҙәге Бәләбәй ҡалаһы
Хакимиәт башлығы Буйлов Александр Сергеевич
Халыҡ һаны 40534 кеше
Халыҡ тығыҙлығы {{{density}}}
Майҙаны 1869 км²
Сәғәт бүлкәте MSK +2
Автомобиль коды 02, 102
Location of Belebeyskiy rayon (Bashkortostan).svg

Бәләбәй районы (урыҫ. Белебеевский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Бәләбәй ҡалаһы. Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышда, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының сағыштырмаса бейек өлөшөндә урынлашҡан. 1930 ойошторолған. Майҙаны 1869 км2. Район үҙәге — Бәләбәй ҡалаһы (57,2 мең кеше, 1995).

Районда 15 ауыл биләмәһе, 2 ҡала биләмәһе бар. Ауыл халҡының уртаса тығыҙлығы — 1 км2-ға 9 кеше. Район територияһында Аксаково ҡасабаһы (2,9 мең кеше) урынлашҡан. Күпселек урыҫтар, татарҙар һәм сыуаштар йәшәй.

Йөкмәткеһе

[үҙгәртергә] Географияһы

Ер аҫты байлыҡтарынан нефть (Бәләбәй, Өҫән-Ивановка, Илькин, Елизаветин ятҡылыҡтары), эзбизташ (Красно- Зарницкий, Междугорный), ҡом (Алексеевка, Сысоевка, Бәләбәй), ҡом-ҡырсынташ (Туҙлыҡыуыш), кирбес сеймалы (Бәләбәй) запастары табылған. Ыҡ (ҡушылдыҡтары Өҫән, Рә), Дим (ҡушылдыҡтары Мәнәүез, Ыҫлаҡ, Ҡорҫаҡ) һәм Ағиҙел (ҡушылдығы Сәрмәсән) йылғалары гидрографик селтәр барлыҡҡа килтерә.

Ере һоро һәм ҡараһыу һоро урман тупрағынан, һелтеһеҙләнгән, карбонатлы һәм типик ҡара тупраҡтан ғибәрәт. Йүкә, саған, имән, ҡайын, уҫаҡ урманы һәм айырым урындарҙағы ҡарағайлыҡ райондың 39% майҙанын биләй.

Бәләбәй һәм Өҫән-Ивановка урман хужалыктарында һары умырзаяны, май ынйыһын, 300 йәшлек һәм 90—125 йәшлек ҡарағайҙар үҫкән ботаник тәбиғи ҡомартҡыларҙы һаҡлап алып ҡалыу маҡсатында заказниктар ойошторолған.

[үҙгәртергә] Иҡтисад

Райондың ауыл хужалығы игенселек, һөт-ит малын үрсетеү, сусҡасылыҡ, ҡошсолоҡ буйынса махсуслашҡан. Районда М.Горький исемендәге тоҡомсолоҡ совхозы, Краснознаменка ҡошсолоҡ фабрикаһы бар. Климат һәм ҡымыҙ менән дауалай торған С.Т.Аксаков исеменде һәм “Глуховская" шифаханалары эшләй. Сәнәғәт предприятиелары һәм уҡыу йорттары район үҙәгендә урынлашҡан.

[үҙгәртергә] Транспорт

Район территорияһын Һамар—Өфө—Силәбе тимер юлы һәм Аксаково—Туймазы автомобиль юлы киҫеп үтә. Район ауылдарында 36 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 15 урта мәктәп; 24 дөйөм китапхана, 42 клуб учреждениеһы, 3 дауахана бар. К.Ивановтың мемориаль йорт-музейы (Ыҫлаҡбаш ауылы), Әҙәби-художество музейы (Надеждино ауылы) һәм М.Цветаева музейы (Өҫән-Ивановка ауылы) эшләй.

[үҙгәртергә] Һылтанмалар


Башҡортостан райондары
Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл
Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә