Бәләбәй (ҡала)
Бәләбәй — Башҡортостан республикаһы әһәмиәтендәге ҡала. Бәләбәй районының административ үҙәге. Ҡала Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышында, Үҫән йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан. Халҡы 61,2 мең кеше (2005), 1926 йылда 11,3 мең, 1959 йылда 26,2 мең, 1979 йылда 43,2 мең, 1995 йылда 57,2 мең кеше йәшәгән.
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Тарихы
Халыҡ риүәйәттәре, архив мәғлүмәттәре буйынса, Бәләбәй ауылына припущенник сыуаштар нигеҙ һала. 1871 йылда Бәләбәй өйәҙ ҡалаһына әүерелгән. Башҡортостан ерендәге башҡа ҡалалар кеүек, батша хакимиәтенең терәк пункты булған. Боронғо Бәләбәйҙе бары православие сиркәүе, мосолман мәсете һәм төрмә биналары ғына «биҙәп» торған.
Ҡаланың Өфөгә, Ырымбурға, Ҡазанға, Белоретҡа илтеүсе юлдар сатында — бик уңайлы ерҙә урынлашыуы уның уҫешенә ыңғай йоғонто яһаған. Шулай ҙа ҡала ифрат яй үҫкән. Иген үҫтереүҙән һәм мал аҫрауҙан тыш, ҡала халҡы урмансылыҡ кәсептәре менән дә шөғөлләнгән.
Хәҙерге Бәләбәй — Башҡортостандың индустриаль һәм мәҙәни үҙәктәренең береһе. Шкапов нефть ятҡылығы асылғандан һуң Бәләбәй нефтселәр ҡалаһы булып китһә, «Автонормаль» заводы төҙөлгәндән һуң уға машина эшләүселәр ҡалаһы тигән атама өҫтәлде.
[үҙгәртергә] Иҡтисады
Ҡалалағы төп иҡтисади ойошмалар:
- «Аксаковнефть» нефть һэм газ табыу идаралығы
- «Автонормаль» машиналар төҙөү заводы
- Тәжрибә-механика заводы
- «Башсельмаш» заводы
- Ит комбинаты
- Май-сыр комбинаты
- Тегеү фабрикаһы
[үҙгәртергә] Мәғариф
Ҡаланың төп белем биреү ойошмалары:
- Медицина училищеһы
- Машиналар төҙөү техникумы
- Бәләбәй совхоз-техникумы
- Самара архитектура институты филиалы
[үҙгәртергә] Һылтанмалар
- урыҫ телендә мәҡәлә
- Краткая энциклопедия Башкортостана
- Бәләбәй ҡалаһының һәм районының рәсми сайты
- Бәләбәй ҡалаһының порталы
- Бәләбәй ҡалаһының альтернатив мәғлүмәт порталы
- Информационный портал города Белебея
- Информационый сайт о Башкирии и г. Белебее
- Информационно-развлекательный портал г.Белебей
- Бәләбәй флагы
| Башҡортостан ҡалалары | ||
| Башҡала: Өфө Ағиҙел | Баймаҡ | Бәләбәй | Белорет | Бөрө | Благовещен | Дүртөйлө | Дәүләкән | Ишембай | Күмертау |