Бәрхәт гөл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бәрхәт гөл
Ваҡ сәскәле бәрхәт үлән
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Tagetes L.

Бүлендек таксондар

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  38482
NCBI  13707
EOL  60978

Бәрхәт үлән, бәрхәт гөл (лат. Tagétes) — астралар ғаиләһенән бер йәки күп йыллыҡ үләнсел, декоратив үҫемлек. 35 төрө билдәле. Төрлө форма һәм ҙурлыҡтағы (2-10 см диаметрҙа) тура бәрхәт гөлө, ауыш бәрхәт гөлө, ҡатмарлы һәм ҡатмарһыҙ, ойошма сәскәле, йоҡа япраҡлы бәрхәт гөлө сорттары үҫтерелә.

Рәсәй территорияһында Мексика бәрхет гөлө (Tagétes patula) − һары, ҡыҙғылт йәки ҡыҙғылт-һары сәскәле, үҙенсәлекле эҫле, тәбәнәк буйлы үҫемлек киң таралған. Башлыса, йорт янында һәм күмәк баҡсаларҙа үҫтерелә. Бәрхәт гөлөн орлоҡтан үрсетәләр, апрель башында теплицаға сәсәләр, май аҙағында үҫентеләрҙе асыҡ грунтка күсереп ултырталар.

Июльдән көҙгө ҡырауҙарға тиклем сәскә ата. Клумба, бордюр, газондарҙағы декоратив төркөмдәр өсөн файҙаланалар.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]