Бөрйән районы

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Бөрйән районы
урыҫ. Бурзянский район
Coat of Arms of Burzyan rayon (Bashkortostan).png Flag of Burzyan rayon (Bashkortostan).png
Ил Рәсәй
Статус Муниципаль район
Төбәк Башҡортостан
Эске бүленеш 12 ауыл биләмәһе
Административ үҙәге Иҫке Сопханғол ауылы
Хакимиәт башлығы Әхмәтйәнов Динир Әсғәт улы
Халыҡ һаны 18 166 кеше
Халыҡ тығыҙлығы 4,1
Майҙаны 4442 км²
Сәғәт бүлкәте MSK +2
Автомобиль коды 02, 102
Location of Burzyanskiy rayon (Bashkortostan).svg

Бөрйән районыБашҡортостандың көньяҡ-көнсығыш районы.Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң аҙ үҙләштерелгән үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. 1930 йылда ойошторолған. Майҙаны 4442 км². Үҙәге — Иҫке Собханғол ауылы. Халыҡ һаны 2010 йылда 18,1 мең кеше (1970 — 14,2 мең; 1979 — 14,1 мең; 1989 — 14,2 мең; 1995 — 15,1 мең кеше). Күпселек башҡорттар йәшәй. 35 ауыл бар. Улар араһынан халыҡ сағыштырмаса күп йәшәгән ауылдар: Иҫке Собханғол (3,7 мең, 1989) һәм Байназар (1,2 мең кеше).

Йөкмәткеһе

[үҙгәртергә] Географияһы

Район територияһы көнсығышта һыу айырғыс Уралтау һыртына, Көнбайышта Ҡалыу һыртына барып терәлә. Улар араһында Ҡыраҡа һәм Юрматау һырттары ятауылы Айырым урындарҙа абсолют бейеклек 850—1040 м-ға етә. Район территоряһының ҡап уртаһынан тиерлек төньяҡтан — көньяҡ-көнбайышҡа табан Ағиҙел йылғаһы, көнбайыш сигенән Нөгөш йылғаһы аға. Ер аҫтында барит, төҙөлөш таштары, һәүер таштар, кирбес сеймалы, ҡом, мергель, доломит, магнезит ятҡылыҡтары бар, ләкин улар геологик йәһәттән бөтөнләй тиерлек тикшерелмәгән.

Ер өҫтөнөң таулы, тупрағының ярлы, уҡмашып ҡатҡан һәм йоҡа булыуы, территоряһының күп өлөшө урмандар менән ҡапланыуы һөҙөмтәһендә ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 41,3 мең га ғына (бөтөн территоряһының 9,3%), шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр 8,0 мең га тәшкил итә. Ауыл хужалығы тәбиғи көтөүлектәр һәм сабынлыҡтар нигеҙендә малсылыҡтың ит-һөт тармағы буйынса махсуслашҡан. Умартасылыҡ үҫешкән.

Урман майҙаны 208,1 мең га, ағас запасы 45,5 млн. м³. Ағас әҙерләү эше менән Бөрйән урман хужалығы шөғөлләнә.

“Шүлгәнташ", “Башҡортостан" ҡурсаулыҡтары ойошторолған. “Шүлгәнташ"та Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм ҡырағай солоҡ бал ҡорттары һаҡланып ҡалған, ә “Башҡортостан"да һирәк осрай торған хайуан, балыҡ (бөркөт, ҡарағош, ҡыҙылғанат, бәрҙе һ.б.) һәм үҫемлек (оҫҡон йыуаһы, яҫы япраҡлы бойҙан һ.б.) төрҙәре һаҡланып ҡалған. Оло һәм Кесе Бешәке йылғаларында бағыр балығы тәбиғи ысул менән һаҡлана һәм үрсетелә.

Шүлгәнташ һәм Космонавтар мәмерйәләре - комплекслы тәбиғәт ҡомартҡылары. Район территорияһы туризмды үҫтереү өсөн ҡулайлы.

[үҙгәртергә] Транспорт

Районды Иҫке Собханғол—Ҡағы автомобиль юлы республика әһәмиәтендәге Стәрлетамаҡ—Белорет автомагистрале менән тоташтыра. Иҫке Собханғол ауылында аэропорт бар.

[үҙгәртергә] Социаль-мәҙәни өлкә

Районда 34 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 17 урта мәктәп; Иҫке Собханғолда музыка мәктәбе, һөнәрселек училищеһы һәм М.Сәғитов музейы бар; 23 дөйөм китапхана, 20 клуб, үҙәк Район һәм 2 ауыл участка дауаханаһы эшләй.

[үҙгәртергә] Урындағы үҙидаралыҡ

Бөрйән районы муниципаль район Советының 2011 йылдың 21 июндәге ҡарарына ярашлы, Бөрйән районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Динир Әхмәтйәнов тәғәйенләнде.[1]

[үҙгәртергә] Район хакимиәте

Адресы: 453580, Иҫке Собханғол ауылы, Ленин урамы, 61

Телефон/факс: (34755) 3-52-40, (34755) 3-52-52

E-mail: adm13@presidentrb.ru

Сайты: http://www.burzyan.ru

Хакимиәт башлығы: Әхмәтйәнов Динир Әсғәт улы.


[үҙгәртергә] Район Советы

Адрес: 453580, Иҫке Собханғол ауылы, Ленин урамы, 61

Телефон/факс: (34755) 3-62-00, (34755) 3-52-52

E-mail: Sovet-burzyan@mail.ru Э

Совет рәйесе: Гүмәрова Роза Шәриф ҡыҙы, (34755) 3-53-95

Совет сәркәтибе: Рыҫҡолов Азамат Ағзамов улы, (34755) 3-53-95

[үҙгәртергә] Район матбуғаты

"Таң" — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районының ижтимағи-сәйәси гәзите. Ойоштороусылары: Депутаттарҙың Бөрйән район Советы. 1935 йылдың майынан башлап аҙнаға 3 тапҡыр сыға. 462 285 д. http://tan.pressarb.ru/ -

[үҙгәртергә] Иҫкәрмәләр

  1. http://www.bashinform.ru/bash/374085 Башинформ

[үҙгәртергә] Һылтанмалар



Башҡортостан райондары
Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл
Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә