Ҡош сөйөп һунар итеү

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Бөркөттәр менән һунар итеү битенән йүнәлтелде)
Ҡош сөйөп һунар итеү
Рәсем


Ҡаҙаҡ һунарсылары бөркөттәр менән Ольгияла (Монголия, 2011)

Ҡош сөйөп һунар итеү — бөтә Евразия далаларында — башҡорттарҙа шул иҫәптән — осраған, шулай уҡ хәҙерге Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстанда йәшәүсе ҡаҙаҡтар һәм ҡырғыҙҙар, уларҙың Монголияның Баян-Ольги аймағында һәм Ҡытайҙың Синьцзян автономиялы районында йәшәүсе диаспоралары ҡулланған һунар төрө. Был төрки халыҡтар бөркөттәр менән һунар итеүҙә танылған булһалар ҙа, улар һунарға барғанда, башҡа: ҡарсыға, сапсан, балапан һәм башҡа күп ҡоштарҙы ла файҙаланалар[1][2].

Ҡош балаһы алыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорттар ҡош балаһын бик аяп ҡына ала торған булған. Ғәҙәттә ҡоштоң беренсе балаһын, бер үҙен генә алғандар, башҡаһына теймәгәндәр. Беренсе бала — балапан — башҡаларҙан көслөрәк тә, ҙурыраҡ та булған. Бала бөркөттөң, ҡарсығаның, ыласындың атамаһы ла бар — балапан[3].

Ҡошто һунарға өйрәтеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡош алған ыласын

Ҡош ҡулға бер аҙ өйрәнгәс, уны һунарға өйрәтә башлағандар.Һунарсы ҡошто таяҡҡа ултырта ла ла, үҙе өс-дүрт аҙымға алға китә. Бер нисә тапҡыр һыҙғырып, ул бөркөткә ит киҫәге күрһәтә. Ас ҡош шунда уҡ хужаһының һуҙылған ҡулына осоп килә һәм ит киҫәген ала. Беренсе тапҡырҙан уҡ был һирәк килеп сыҡҡан, әммә ҡош янына ит алып барып биреү тыйылған — был осраҡта ҡош бер ҡасан да һунарға өйрәнмәйәсәк. Өйрәтеүҙең башланғыс этабы үткәс, һунарсы яйлап үҙе менән ҡош араһындағы араны алыҫлаштырған.

Һунарсы ҡошҡа биреләсәк сей итте майҙан һәм һеңерҙән таҙартып, һыуыҡ һыуҙа сылатҡан. Яйлап уның көндәлек ашау нормаһын кәметә барғандар, ябыҡтырғандар. Һимерә башлаһа, ябыҡ иткә күскәндәр. Ныҡ ябыҡҡас, уны ҡырағай йәнлек, ҡош, бәләкәй хайуандарҙың ите менән туҡландырғандар.

С. Т. Аксаков һүҙҙәренә ҡарағанда, башҡорттар бөркөттө эйәрҙең ҡашына ҡағылған таяҡта йөрөткән. Һунарсының иптәштәре аҡландан ҡуян йәки төлкөнө ҡыуып сығарған. Һунарсы ҡырағай йәнлекте күргәс тә бөркөттө күккә сөйгән. Йыртҡыс ҡош бейектән ҡорбанына уҡтай ташланған. Был процесс И. Казанцевтың тикшеренеүҙәрендә яҡшы күрһәтелгән. «Һунарсы ебәргән бөркөт, йәнлектең һигеҙгүҙенә ултырып, тәрән тырнаҡтарын ҡаҙап, ҡорбанының башын һәм күҙҙәрен суҡышы менән ныҡ яралай, һунарсыға ҡалдыра»,- тип яҙа тикшеренеүсе. Һунарсыға хәлһеҙләнгән йәнлекте һуғып үлтерергә генә ҡалған, ә бөркөттө ҡорбанының итенән бер өлөш алып һыйлаған[4].

Ҡош менән һунарға сығыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡошто бер һыҙғырыуҙан уҡ һунарсының ҡулына ҡунырлыҡ итеп өйрәткәндән һуң уның менән ауға сығырға мөмкин. Ҡоштоң тәпәйҙәрен ҡайыш менән тышаулайҙар, уға оҙон арҡан тағалар. Башҡорттар ҡоштоң башына ҡалпаҡ кейҙергәндәре билдәле түгел.

Ҡош сөйөү ҡатмарлы эш түгел. Бер нисә кеше иртә таңда йә кискә табан, эңер алдынан күлле һәм һаҙлыҡлы далаға сыға. Уларҙың берәйһендә ҡыр ҡаҙҙарын йәки өйрәктәрен күреп ҡалһалар, ике-өс ыласын сөйәләр, үҙҙәре һай-һайтлап, сыбыртҡы шартлатып шул яҡҡа сабалар[5]

Ыласын менән һунар итеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ыласын менән һунар итеү — еңел эш түгел. Был төр һунар башҡаларынан эстетик, экологик йәһәттән дә өҫтөн тора. Юҡҡа ғына рәссамдар тап шул төрҙө шағирәнә итеп һүрәтләмәйҙер. Һунарсы ҡалын бейәләйенә ҡошон ултырта, этен саҡырып ала һәм атҡа менеп тиҫтәләрсә саҡрымға табыш эҙләп сығып китә.

Башҡорттар һунарсы ҡош итеп өйрәтергә балапандарын (тәүге, эрерәк ҡошсоғон) ғына ала. Балапан ыласын тиҙлеген сәғәтенә 300 километрға еткерә ала икән, уларҙың бинокуляр күреүе ерҙәге нәмәләрҙе ун тапҡырға ҙурайта, йыртҡыс ҡош үҙенең ҡорбанын ике-өс саҡрымдан уҡ күреп ҡала.

Ыласын ерҙән дә, һауанан да берҙәй оҫта һунар итә. Һауала ул ҡыйынлыҡһыҙ ғына өйрәкте, ҡаҙҙы, бытбылдыҡ менән фазанды (ҡырғауыл)эләктерә. Ерҙә йомранды, төлкөнө тота ала. Мәгәр иң ҡатмарлы, иң сетерекле һунары — ҡуянға[6].

Тарихтан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ырымбур губернаторы Перовский бойороғо менән, 1856 йылда Фәхретдин Өмөтбаев Мәскәүгә император Александр II коронацияһына төркөм башлығы булып бара. Коронация ваҡытында бөркөттәр менән һунар итеүҙе ойошторған өсөн император Александр II Фәхретдин Өмөтбаевҡа гәүһәр балдаҡ бүләк итә. Рәссам Ф.Рубо «Александр II ҡатнашлығында башҡорттарҙың ыласындар менән һунар итеүе» исемле картинаһы 1911 йылда Н. И. Кутеповтың «Великокняжеская, царская и императорская охота на Руси» тигән 4 томлыҡ очерктарында нәшер ителә.

Ошо уҡ һунарҙы һарай рәссамы М. Зици ҙа төшөрә. Ул бер нисә һүрәт яҙа. Уның да бер һүрәте «Александр II ҡатнашлығында башҡорттарҙың ыласындар менән һунар итеүе» тип атала. Икенсеһе «Ыласын тотҡан башҡорттар» исемле. Унда тархандарса кейенгән уҙамандар аусы ҡоштар тотоп һүрәтләнгән.

Ҡошсо ырыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡошсо — телселәр этнонимды «Һунар ҡоштары буйынса белгес», «Ҡош менән һунар итеүсе», «Ҡошҡа һунар итеүсе», «Ҡош тотоусы (аулаусы)», «Ҡош ҡараусы» тигәндән килеп сыҡҡан тип аңлаталар. Ҡошсо ырыуы башҡорттары үҙҙәрен «Ҡошҡа һунар итеүсе», «Ҡош тотоусы (аулаусы)» тип иҫәпләйҙәр.

Ҡошсо атамалы ырыу-ҡәбиләр ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, үзбәктәр, төркмәндәр, әзербайжандар, төрөктәр араһында ла бар.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ф. Рубо. Император Александр II янында башҡорттарҙың ыласын менән һунар итеүе
М. А. Зичи. Ыласын тотҡан башҡорттар
Н. Сверчков. Батша Алексей Михайлович һунарҙа
М. Зичи. Император Александр II янында башҡорттарҙың ыласын менән һунар итеүе
Ҡырғыҙ бөркөтсөһө
Мәскәү өлкәһендәге һунарсылар күргәҙмәһендә
Г. П. Гельмерсен. Тағанай тауҙарына күренеш. Башҡорттар шоңҡар менән һунар итеүе һүрәтләнәгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Soma, 2013, с. 58–66
  2. Crowder, 2015
  3. Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. — Мәскәү, 1993, 112 бит
  4. ҠОШ СӨЙӨП ҺУНАР ИТЕҮ[1]
  5. POSREDI.RU — [2]
  6. Соколиная охота у башкир [3]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡош сөйөп һунар итеү. — «Киске Өфө», 29.07.14 [4]
  • Слюнькова И. Н. Проекты оформления коронационных торжеств в России XIX века. — М.: БуксМарт, 2013. — С. 35,44,83,120,121,133,134,266,353,356-359. — 438 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-906190-9.
  • Гималтдинова И. И. Традиционные промыслы Башкирских племен: звероловство, птицеловство, рыболовство. Охота на Южном Урале // Молодой ученый. — 2015. — № 15. — С. 501—504. — URL [5]